Йәмғиәт
3 Октябрь 2024, 13:30

Өфөлә 140 мең самаһы ҡарағай һәм шыршы ултыртыласаҡ

Ылыҫлы ағастар Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә магистраль селтәрҙәр һәм ҡоролмалар төҙөгәндә ҡырҡылған ағастар өсөн компенсация ролен үтәй.

Өфөлә 140 мең самаһы ҡарағай һәм шыршы ултыртыласаҡӨфөлә 140 мең самаһы ҡарағай һәм шыршы ултыртыласаҡ
Өфөлә 140 мең самаһы ҡарағай һәм шыршы ултыртыласаҡ

Был хаҡта Өфө ҡалаһы хакимиәтенең ситуация үҙәгендә журналистар өсөн брифинг ваҡытында Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Баш архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы начальнигы Руслан Хәйруллин хәбәр итте.

- Беҙҙең ҡала йылдам темптар менән үҫешә. Ләкин уға Өфө һәм Ағиҙел йылғалары менән сикләнгән биләмәлә тығыҙ була башланы. Шуға күрә бер нисә йыл элек Ағиҙел аръяғы һәм Ҡариҙел аръяғы биләмәләрен үҫтерергә ҡарар ителде. Әммә бының өсөн ҡайһы бер ерҙә урманды ҡырҡырға тура килә, - тине Руслан Хәйруллин.

Бөгөн ҡала урмандарының сиктәрен үҙгәртеү буйынса вәкәләттәр муниципалитетҡа тапшырылған. Комиссия Өфөнө энергия һәм һыу менән тәьмин итеүгә ҡағылышлы өс проектты ҡарай. Улар - ике ҙур газ үткәргес, шулай уҡ ҡаланың төп өлөшө менән Ағиҙел аръяғының перспективалы төҙөлөш райондарын һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү селтәрҙәре тип аңлатты баш архитектор.

Беренсе проект - ул Урыҫ Юрмашы газ бүлеү станцияһынан Өфө газ бүлеү селтәрҙәренә бүлеү. Бында газ торбалары үткәреләсәк. Үткәргес торбалар һалыу өсөн 29 гектар урманды киҫеп, ағастың тамырҙарын да таҙартып алырға тура киләсәк. Икенсе проект - Ағиҙел аръяғы-2 биләмәһендә һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү объекттары төҙөү. Был проектты тормошҡа ашырыр өсөн 17 гектар урманды киҫергә кәрәк. Өсөнсө проект - Затон-2 газ бүлеү станцияһынан Өфө пунктына тиклем юғары баҫымлы газ үткәргесте яңыртыу. Был маҡсатты тормошҡа ашырыуға 0,64 гектар урман ҡамасаулай.

Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә бүленәсәк компенсация участкаларына алмашҡа заказсылар ҡала менән берлектә 140 мең ылыҫлы ағас үҫентеһе ултыртырға тейеш була.

- Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә эре сәнәғәт предприятиелары урынлашҡан, улар тирәләй буфер зонаһы - ҡала халҡына кире йоғонтоно кәметеү өсөн «йәшел билбау» булдырырға кәрәк, - тип аңлатты Руслан Хәйруллин. 2025 йылдың яҙында ике-өс йәштәге һәм 10 сантиметрҙан кәм булмаған ылыҫлы ағастарҙың үҫентеләре ултыртыласаҡ. «Газпром газ бүлеү Өфө» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкиле Зөһрә Хитрик аңлатыуынса, ағастар проекттарҙың заказсыһы иҫәбенә ултыртыласаҡ.

Ни өсөн ҡарағайҙар һәм шыршылар һайланған? Был һорауға Өфөнөң «Горзеленхоз» муниципаль бюджет учреждениеһының баш урмансыһы Максим Щербаков яуап бирҙе.

- Был ағастар төрлөлөк маҡсатында һайланған, сөнки Өфө урмандарында япраҡлы тоҡомдар өҫтөнлөк итә. Бынан тыш, был ағастарҙың үҫентеләре башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ үҫеп китә һәм тирә-яҡ мөхит торошона ла ыңғай йоғонто яһай. Нефть эшкәртеү заводтары эргәһендә йәшелләндерергә мөмкин булған ташландыҡ участкалар күп. Ултыртылған ағастарға һыу ҡойоласаҡ, шуға улар тиҙ берегеп китер, - ти баш урмансы.

Автор фотолары.

Өфөлә 140 мең самаһы ҡарағай һәм шыршы ултыртыласаҡ
Өфөлә 140 мең самаһы ҡарағай һәм шыршы ултыртыласаҡ
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас