Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Октябрь , 09:00

Ҡоллоҡта үткән 24 йыл...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирҙең әсәһе был ваҡытҡа тиклем улын көтөп ала алмаған һәм вафат булған.

Ҡоллоҡта үткән 24 йыл...
Ҡоллоҡта үткән 24 йыл...

Ошо көндәрҙә Төмән өлкәһендә булған хәл күптәрҙе тетрәндерҙе. Ирекмәндәр бындағы бер ауылда бысраҡ, туҡмалған һәм нимәнәндер ҡурҡҡан көтөүсене күреп ҡалған. Күршеләре һөйләүенсә, ир ашау һәм ҡуныр урын өсөн Большое Сорокино ауылында ҡаҙаҡтар ғаиләһендә эшләгән. Ябай итеп әйткәндә - ҡоллоҡта булған. 

Асыҡланыуынса, 53 йәшлек Геннадийҙы 2000 йылда уҡ урлағандар булып сыға. Ир картуф эшкәртеү өсөн Азербайжан кешеләре менән эшкә барған булған. Туғандары ошо йылдар дауамында уны үлгән тип иҫәпләгән. Ә уның хәтере менән әҙерәк проблемалары бар, шуға күрә оҙаҡламай әсәйем менән ағайым килеп алыр тип йөрөгән.

Битараф булмаған кешеләр социаль селтәрҙә Геннадийҙың фотоһын һала. Уны ирҙең бер туған ағаһы Валерий күреп ҡала. Шул саҡта ирекмәндәр ирҙе ғаиләһенә ҡайтарырға вәғәҙә итә. Күп үтмәй, улар енәйәт эҙләүе хеҙмәткәрҙәре менән бергә ирҙе баҫыуҙан килеп ала.

Уны әле өйөнә алып ҡайтҡандар. Ул туғандары менән бергә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Геннадийҙың әсәһе был ваҡытҡа тиклем улын көтөп ала алмаған һәм вафат булған.

Был ваҡиғала күп нәмә аптырата. Ирекмәндәр әйтеүенсә, урындағы полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙең фермерҙа ҡоллоҡта булғанын белгән, әммә бер нимә лә эшләмәгән. Ауылдағы кешеләр ҙә ни өсөн 24 йыл буйы өндәшмәгәндер? Ярар был осраҡ бәхетле тамамланған, ләкин илдә ошоноң ише күпме ҡолдар йөрөүе ихтимал бит... Ярты ғүмерен ҡол булып үткәргән Геннадий ҙа йәл...

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: