Йәмғиәт
6 Октябрь 2024, 07:00

Аҡсаны кире ҡайтарып була

“Күптән түгел дауаханала ятырға тура килде. Барлыҡ операция, аҙаҡ инде дарыуҙар өсөн түләнем. Сумманың бер өлөшөн кире ҡайтарырға мөмкин, тип ишеткәйнем..."

Аҡсаны кире ҡайтарып булаАҡсаны кире ҡайтарып була
Аҡсаны кире ҡайтарып була

Йыш ҡына күптәргә дауаханала түләүле әмәлиәт (операция) эшләтергә тура килә. Был осраҡта аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкин: Башҡортостанда йәшәүселәр дауаланған өсөн һалым ҡайтармаһын алыу хоҡуғына эйә. Үҙ һаулығың йәки ғаилә ағзалары сәләмәтлеге өсөн хәстәрлек – теш дауалаһағыҙ, табип тәғәйенләүе буйынса дарыу һатып алһағыҙ йәки дәүләт медицина страховкаһын рәсмиләштерһәгеҙ – дәүләттән кешбэк алыу мөмкинлеге бар.

Шулай итеп, түбәндәге шарттар үтәлгәндә, һеҙ ошо хоҡуҡҡа эйәһегеҙ:

* физик шәхестәрҙең килеменә һалымды (НДФЛ) 13 процент ставкаһы күләмендә түләһәгеҙ;

*медицина хеҙмәте, дарыу йәки страховка иғәнәһе өсөн түләгәндән һуң өс йыл ваҡыт үтмәгән булһа;

* медицина ойошмаһының Рәсәй лицензияһы буйынса эшләүе мотлаҡ;

Шулай итеп, был мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ, үҙ хоҡуҡтарығыҙ тураһында белегеҙ.

Башҡортостандың Финанс министрлығы хәбәр итеүенсә, 2024 йылдың 1 ғинуарынан граждандарҙың килеменә социаль һалым ҡайтармалары күләме артҡан һәм улар түбәндәгесә:

һәр баланың белем алыуына түләнгән сумманың 50-нән – 100 мең һумға тиклем;

үҙеңдең белем алыуың, медицина хеҙмәттәре, физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре, үҙ иркең менән ғүмерҙе страховкалау (әгәр килешеү биш йылдан кәм булмаған ваҡытҡа ҡул ҡуйылһа) һәм башҡалар – 120-нән 150 мең һумға тиклем.

Үрҙә әйтеп үтелгән һалым ҡайтармаларын быйылдан ала башларға була. Бының өсөн 2025 йылда йәшәү (теркәлеү) урыны буйынса 2024 йыл өсөн 3-НДФЛ формаһында һалым декларацияһын тапшырырға кәрәк.

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас