Шишмә районында район-ара ижади берекмәнең семинары ойошторолдо. Уға Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Шишмә, Бөрө, Благовещен, Архангел, Нуриман, Өфө райондарында нәшер ителгән гәзиттәр инә. Сара Башҡортостан Башлығы Гранты һәм "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы ярҙамында үтте.
Һөйләшеүҙә ҡатнашыусыларҙы Шишмә районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Эрнес Кәримов тәбрикләне. Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов сығыш яһап, былай тине:
– Бөгөн Журналистар союзында ағза булып бер мең 700 тирәһе кеше иҫәптә тора. Бөтәһе ете берекмә эшләй, киләсәктә уны тағы ла икәүгә арттырыға уйлайбыҙ. Телевидение һәм радио өсөн берекмә булдырыу өлгөрөп еткән мәсьәлә. Башҡортосан Журналистар союзы Рәсәйҙә алдынғылыҡты бирмәй, һуңғы йылдарҙа өсөнсө баҫҡыста булыуыбыҙ күпте һөйләй.
Вәдүт Ғәйфулла улы әйтеүенсә, хәбәрселәр тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Мәҫәлән, йөкмәткеле мәҡәләләр яҙыуҙан тыш, йыл да ағас ултыртыу кампанияһында улар әүҙем ҡатнаша, Әхәт Мортазин иҫәтәлегенә волейбол турниры уҙғарыла, "Һалдатҡа хат" акцияһына теләп ҡушылалар. Вәдүт Исхаҡов һәр йәһәттән дә ярҙамдан өҙмәгәне өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәтен еткерҙе.
Фото: Илдар Аҡъюлов.