Йәмғиәт
7 Октябрь 2024, 14:30

Конференцияла ҡатнашыусылар ағас ултыртты

«Тормош ағастары» акцияһы Социаль-консерватив сәйәсәт үҙәгенең 20 йыллығына арнала.

Конференцияла ҡатнашыусылар ағас ултырттыКонференцияла ҡатнашыусылар ағас ултыртты
Конференцияла ҡатнашыусылар ағас ултыртты

 «Рәсәй формалашыусы күп полярлы донъяла: киләсәкте күҙаллау» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар Өфөнөң Ботаника баҡсаһы биләмәһендә  ағас  ултыртыуҙа ҡатнашты. «Тормош ағастары» акцияһы Социаль-консерватив сәйәсәт үҙәгенең 20 йыллығына арнала. Сарала халыҡ-ара форумды ойоштороусылар: Коллектив хәүефһеҙлек тураһында килешеү ойошмаһының аналитик хеҙмәте етәксеһе һәм ЦСКП-тың генераль директоры Людмила Шувалова ҡатнашты.

Ултыртылған ағас - даур рододендроны - ҡайын һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған мәңге йәшел ҡыуаҡ, ул сыҙамлылыҡ һәм әүҙемлек символы булып һанала. Акцияла ҡатнашыусылар уны Рәсәй Федерацияһының заманса, бик ҡатмарлы шарттарҙа халыҡ-ара мөнәсәбәттәр төҙөүенә арналған «Рәсәй формалашыусы күп полярлы донъяла: киләсәкте күҙаллау» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһының төп темалары менән тура бәйләнеш итеп күрә.

Фото һәм мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/25148/

 

 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас