Йәмғиәт
7 Октября 2024, 10:00

Шишмәләр “Мөғжизәләр яланы”на барҙы

Кәримә Әхмәтшина менән бәләкәй Илназ тамашасыларҙа һоҡландырҙы

Шишмәләр “Мөғжизәләр яланы”на барҙыШишмәләр “Мөғжизәләр яланы”на барҙы
Шишмәләр “Мөғжизәләр яланы”на барҙы

Шишмә районының Яңы Ябалаҡлы ауылынан Кәримә Тәлғәт ҡыҙы Әхмәтшина ейәне Илназ менән федераль каналда күрһәтелгән “Мөғжизәләр яланы”на барҙы.

Кәримә Тәлғәт ҡыҙы – махсус хәрби операцияла һәләк булған Данис Әфҡәт улы Вәлиевтең әсәһе. Тапшырыуҙы алып барыусы Леонид Якубович ҡатындың ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Ә Илназға бәләкәй уйынсыҡ машина бүләк иттеләр.

Яҡташыбыҙ еңеү яуламаһа ла, һүҙҙәге өс хәрефте дөрөҫ әйтә алды. Һөҙөмтәлә уға, уйын ҡағиҙәләренә ярашлы, өс шкатулка тәҡдим иттеләр. Илназ уларҙың аҡса ятҡанын дөрөҫ һайланы.

Шишмәләр “Мөғжизәләр яланы”на барҙы
Шишмәләр “Мөғжизәләр яланы”на барҙы
Шишмәләр “Мөғжизәләр яланы”на барҙы
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас