Йәмғиәт
8 Октябрь 2024, 10:00

Дүрт көн буйы ҡайҙа йөрөгәндер...

Ҡайҙа юғалыуҙары һәм нисек табылыуҙары тураһында хәбәр ителмәй.

Дүрт көн буйы ҡайҙа йөрөгәндер...Дүрт көн буйы ҡайҙа йөрөгәндер...
Дүрт көн буйы ҡайҙа йөрөгәндер...

Кисә хәүефле хәбәр еткергәйнек. Баш ҡалала 25 йәшлек ҡатын һәм уның бер йәшлек ҡыҙы юғалғайны. Уларҙың ғәйеп булыуы тураһында ҡатындың ире хәбәр иткән, һәм ирекмәндәр эҙләй башлағайны.

Кискеһен “Лиза Алерт” төркөмөндә яҡшы хәбәр күренде: ҡатын менән бала табылған. Улар иҫән-һау. Ҡайҙа юғалыуҙары һәм нисек табылыуҙары тураһында хәбәр ителмәй.

Әсәле-ҡыҙлы 3 октябрҙә уҡ юғалған булған. Ҡатындың ире әйтеүенсә, ул быға тиклем дә юғалған булған, имеш, уны наркомандар араһында эҙләп тапҡан. Был юлы ҡайҙа булғандыр... 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас