8 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш тәртибендә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин үткәргән Рәсәйҙең киңлек үҫеше мәсьәләләре буйынса стратегик сессияһында ҡатнашты.
Стратсессияның эшен асып, Михаил Мишустин, уның көн тәртибе милли маҡсаттарға өлгәшеүҙә һәм ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуҙа мөһим әһәмиәткә эйә, тип билдәләне. Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең нигеҙендә ил үҫешенең көнүҙәкләштерелгән Стратегияһы ята.
- Әҙерләнгән документ ағымдағы хәлде һәм заман саҡырыуҙарын иҫәпкә ала. Уға ингән бөтә саралар яңыртылған тармаҡ стратегиялары, милли проекттар, дәүләт программалары, шулай уҡ инфраструктура төҙөү пландары менән синхронлаштырылырға тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Михаил Мишустин.
Эштең өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбендә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе бәләкәй һәм урта ҡалаларға, ауыл биләмәләренә, Арктикаға, Алыҫ Көнсығышҡа, шулай уҡ илдең яңы төбәктәренә ярҙам итеүҙе атаны. Шул уҡ ваҡытта ҙур агломерацияларҙың әүҙем үҫешен тәьмин итеүҙе дауам итеү мөһим. Тап уларҙа инновациялар тупланған, – тип аңлатты Михаил Мишустин.
Стратегик сессияла ҡатнашыусылар төбәктәргә ярҙам итеү инструменттарын һәм сараларын, шул иҫәптән ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһын, юғары технологиялы эш урындары булдырыу, социаль инфраструктураны үҫтереү, төрлө тармаҡтар өсөн квалификациялы кадрҙар уҡытыу механизмдарын стимуллаштырыуҙы тикшерҙе.
- Илде сифатлы үҙгәртеп ҡороу буйынса күләмле пландар әҙерләгәндә кешеләрҙең һәм бизнестың фекерҙәрен иҫәпкә алыу мөһим. Видеоконференция режимында Рәсәй субъекттары губернаторҙары ҡатнаша. Бөтә нигеҙле тәҡдимдәр һәм иҫкәрмәләр коллегалары тарафынан иҫәпкә алынасаҡ. Декабрҙән дә һуңға ҡалмайынса Рәсәйҙең Киңлек үҫеше стратегияһы раҫланырға тейеш, – тип йомғаҡ яһаны Михаил Мишустин.
Фото: glavarb.ru