Йәмғиәт
9 Октябрь 2024, 16:40

Андрей Назаров дәүләт наградалары тапшырҙы

Был турала БР Хөкүмәте етәксеһе социаль селтәрҙәрҙә яҙып ҡалдырҙы.

Андрей Назаров дәүләт наградалары тапшырҙыАндрей Назаров дәүләт наградалары тапшырҙы
Андрей Назаров дәүләт наградалары тапшырҙы

"Республика көнө алдынан өфөләргә - төрлө һөнәр һәм төрлө быуын кешеләренә дәүләт наградалары тапшырҙым. Улар Өфө менән Башҡортостандың тарихын яҙа. Махсус хәрби операция шарттарындағы көндәлек тормош, еңел булмаған педагогик хеҙмәт, мәҙәниәттең үҫеше һәм тотош республиканың иҡтисады өсөн яуаплы предприятиеларҙың эше тураһында.

Быйыл Өфөгә 450 йыл тулды. Юбилейға ныҡлап әҙерләндек. Ҡала үҙгәрҙе, матурланды. Эре спорт объекттары төҙөлдө, һәм бына инде бер нисә көндән Өфөлә "Рәсәй - спорт иле" тигән халыҡ-ара спорт сараһы башлана.

Баш ҡалабыҙ - бөтә республиканың үҫешенә этәргес биреүсе. Башҡортостандың һәр өсөнсө кешеһе ошонда йәшәй. Республика сәнәғәтенең яртыһы, инвестицияларҙың өстән ике өлөшө һәм төҙөлгән квадрат метрҙарҙың һәр өсөнсөһө ошонда тупланған.

Бөгөнгө Өфө - заманса, йылдам үҫешкән мегаполис. Ошонда йәшәге, эшләге, уҡығы, балалар үҫтерге килгән ер.

Кесе ватанына һәм иленә тоғро хеҙмәт иткән өфөләрҙең ҡаҙаныштарын юбилей йылында билдәләү күңелгә айырыуса яҡын. Үҙ эше менән Башҡортостандың иҡтисади, интеллектуаль, мәҙәни һәм рухи мөмкинлектәрен булдырған яҡташтарыбыҙға рәхмәт әйтәм", – тип яҙҙы ул.

Сығанаҡ: vk.com/agnazarov

Андрей Назаров дәүләт наградалары тапшырҙы
Андрей Назаров дәүләт наградалары тапшырҙы
Андрей Назаров дәүләт наградалары тапшырҙы
Андрей Назаров дәүләт наградалары тапшырҙы
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас