2011 йылда Мәсәғүттән 23 йәшлек Вероника Иванова юл һәләкәтенә тарып ныҡ имгәнә: аяҡ-ҡулы һына, эске ағзалары зыян күрә. Бер йыл урында ғына ята.
Был ваҡытҡа ул колледж, вуз тамамлаған, ҙур компанияла баш бухгалтер урынбаҫары булып эшләгән була һәм бер мәлдә барыһы ла селпәрәмә килә. “Иң ҡыйыны бәхетле киләсәкте юғалтыу, сәләмәт һәм уңышлы ҡыҙҙан инвалид булып ҡалыуҙы аңлау ине”, ти хәҙер Вероника.
Ҡыҙҙың ныҡышмалылығы һәм яҡындарының ярҙамы, һөйөүе, табиптарҙың тырышлығы һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Бер аҙ ваҡыттан һуң ул инвалид коляскаһында хәрәкәт итә, шунан аяғында тәүге аҙымдарын яһай, ябай көндәлек эштәрҙе башҡара башлай.
“Хәҙер мин - 3-сө төркөм инвалиды. Таяҡ ярҙамында яйлап йөрөйөм, телмәрҙә етешһеҙлек бар, һул ҡул бармаҡтары эшләмәй. Бар ауырлыҡҡа ҡарамаҫтан, мин - әсәй, ҡыҙым үҫә - 3,5 йәш”, тип һөйләне “Бәхет – ул бергә булыу” проекты ҡатнашыусыһы. – Оҙаҡ көрәштем һәм хыялыма табан барҙым. Һәр аҙымым маҡсатҡа ынтылыу ине. Көн дә хәлде алғыс физик күнегеүҙәр эшләнем, бирешмәнем, шәбәйеүемә ышандым. Һәм мин мөмкин булмағанды эшләй алдым. Яңынан йөрөргә, һөйләшергә өйрәндем. Иң мөһиме – тәжрибәмде ҡатмарлы хәлгә тарығандар менән уртаҡлаша, уларға ярҙам итә башланым”.
Хәҙер Вероникаға 36 йәш. Уның тормош һөйөүсәнлегенә көнләшерлек: ул блог алып бара, психологияны өйрәнә, Дыуан районында “Һинең менән беҙ” аралашыу клубын ойоштороусыларҙың береһе булып тора. Шулай уҡ район мәҙәниәт бүлегендә методист булып өйҙән эшләй.
Клубтың эш башлауына бер йыл да юҡ, шулай булыуға ҡарамаҫтан әүҙемселәр өс тапҡыр райондағы һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе реабилитациялауға аҡса йыйыу ойошторған, урындағы шишмәне, уның эргә-тирәһен төҙөкләндереүҙе башлап ебәргән.
“Тормош яйлана, ижад итергә, уйын-көлкөгә, изгелек ҡылырға ла өлгөрөлә - шуға ҡыуанам”, - ти Вероника.
Һаулыҡ үҙенсәлектәренә ҡарамай, яҡтылыҡ һәм изгелек сәскән яҡташтары тураһында һәр кем һөйләй ала. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының махсус бүлегенә “Бәхет – бергә булыу” тамғаһы ҡуйып хат ебәрергә мөмкин.
Мәғлүмәт: “Башинформ”.