Йәмғиәт
9 Октябрь 2024, 06:00

"Бәхил бул, әсәй..."

Салауат Фәтхетдиновтың әсәһе вафат булған. Иғтибарығыҙға Тәҡлимә инәй менән интервьюның өҙөгөн тәҡдим итәбеҙ.

"Бәхил бул, әсәй...""Бәхил бул, әсәй..."
"Бәхил бул, әсәй..."

Кисә кис билдәле булыуынса популяр йырсы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, яҡташыбыҙ Салауат Фәтхетдиновтың әсәһе Тәҡлимә Фәтхетдинова вафат булған. Беҙ йырсының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Ниндәй йәштә булһаң да, әсәйҙе юғалтыу ҙур ҡайғы шул.

Тәҡлимә инәй Тәтешле районының Аҡсәйет ауылында йәшәгән. Салауат Фәтхетдинов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Бәхил бул, әсәй” тип яҙған.

Иғтибарығыҙға Тәҡлимә инәй менән интервьюның өҙөгөн тәҡдим итәбеҙ.

– Алты бала әсәһе мин, алтыһын да өйөмдә таптым. Салауаттың кендек әбейе Разия исемле апай ине, ул хәҙер мәрхүмә. Өйҙә тапҡас, балаларҙың ниндәй ауырлыҡ менән тыуғандарын да белмәйем. Әммә Салауаттың ҙур булғаны хәтерҙә ҡалған, буйы ла оҙон ине. Салауат – өсөнсө балам. Ике ағаһы булғас, өсөнсөһө ҡыҙ булһын тип көткәйнем. Әммә малай тыуғанға бер ҙә үкенмәйем. Салауатым – иң ҙур терәгем, йыуанысым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн алты баламдың өсәүһе генә иҫән. Улар менән мәңгегә хушлашыу еңел булманы.

– Улығыҙ йыш шылтыратамы?

– Һәр ваҡыт шылтыратып хәлемде белешә, ваҡыты булһа, ҡайтып инә. Күп итеп күстәнәс алып ҡайта, күп итеп аҡса ҡалдыра. “Инәй, асыҡтым, ашарға бешерҙеңме?” – тип ҡайтып инә ул. Бәрәңге ризыҡтарын ярата, шуны бешерәм. Һурпа һалам, шәңге ҡуям.

– Балаларығыҙҙың уңышына ҡыуанып, бәхетле ҡартлыҡта йәшәйем тип әйтә алаһығыҙмы?

– Әлбиттә! Улым Рәфил дә, ҡыҙым Инзилә лә бик уңған! Оло улымдың балаһы Айҙар Фәтхетдинов та сәхнәлә танылған шәхес. Уның менән дә ғорурланам. Интегеп йәшәүҙәрем артта, йәшлектә, ҡалды. Көнө буйы көтөү көтә инем, ә төн буйы алты балама ашарға эҙләнем. Салауат әле булһа ла: “Инәй, нисек һин бер үҙең алтыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырҙың?” – тип һорай. Хәҙер йортом да ҡалалағыса: газы бар, һыу ингән. Салауат шәп мунса һалып бирҙе. Донъям шәп, Аллаға шөкөр!

"Татар эстрадаһы" төркөмөнән. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас