Бөгөн Ишембай ҡалаһының Иҫке Ишембай торлаҡ районында капиталь ремонттан һуң “Йондоҙ” мәҙәниәт йорто тантаналы рәүештә асылды. Ремонт эштәре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса башҡарылды.
Сарала Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов ҡатнашты.
Был бина 1964 йылда төҙөлә һәм тәүге осорҙа ул “Йондоҙ” кинотеатры булараҡ эшләй. 1991 йылда кинотеатр Мәҙәниәт йортона әүерелә.
“Йондоҙ” – ҡасаба халҡын туплап торған йәнле урын. Бөгөн бында дүрт ижади коллектив эшләй. Быйыл “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, бинаға һәм эргәһендәге биләмәгә капиталь ремонт эшләнгән. Мәҙәниәт йортона һыу, коммуникациялар уҙғарылған, тамашасылар залында яңы ултырғыстар ҡуйылған, фасад яңыртылған.
Мәҙәниәт йортоноң эргә-тирәһе күҙгә күренеп матурлана. Былтыр “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы сиктәрендә биләмәлә балаларға уйын майҙансығы һәм йомшаҡ япмалы баскетбол майҙаны ҡоролған.
Республика көнөнә арналған саралар Ишембайҙа бының менән генә тамамланманы. Ҡала мәҙәниәт һарайында ла байрам тантанаһы үтте. Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә Ҡаһарманлыҡ ордендары тапшырылды. Район һәм республика мәнфәғәте өсөн лайыҡлы хеҙмәт иткән ишембайҙар дәүләт наградалары менән бүләкләнде.
Фото: Район хакимиәтенән.