Йәмғиәт
10 Октябрь 2024, 12:15

Өфө - Сухум авиарейсы буласаҡ

Был үҙ-ара бәйләнеште тағы ла нығытасаҡ.

Өфө - Сухум авиарейсы буласаҡӨфө - Сухум авиарейсы буласаҡ
Өфө - Сухум авиарейсы буласаҡ

10 октябрҙә Республика йортонда Абхазия Президенты Аслан Бжания менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың осрашыуы үтте. Көн тәртибендә халыҡ-ара иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу тураһында һүҙ барҙы.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан менән Абхазия араһындағы төп хеҙмәттәшлек йүнәлештәренең береһе – туризм. “Башҡортостан-Абхазия оҙон ғүмерлелеге” программаһына ярашлы, республикабыҙҙан өлкән быуын кешеләре төркөмө Абхазияла булып ҡайтты. Был сәфәр уларҙа ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы.

 - Һеҙҙең илдең баш ҡалаһында аэропорт төҙөү буйынса эштәр план буйынса барыуын беләбеҙ һәм  әлеге көндә Өфө - Сухум тура рейсын ойоштороу мәсьәләһен ҡарайбыҙ, - тине Радий Хәбиров.

Аслан Бжания авиабәйләнеште үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе:

- Өфө менән Сухум араһында авиарейс асыу беҙҙең өсөн бик мөһим. Башҡортостан халҡы беҙгә килһен, һаулыҡтарын нығытһын, Абхазия ҡояшына һоҡланһын. – тине Аслан Бжания.

Осрашыу сиктәрендә шулай уҡ сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек перспективалары һәм ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү планы тикшерелде.

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас