Әбйәлил районының Ташбулат ауылы халҡы кеҫә телефоны вышкаһын емергән, сөнки "5G бөтәһен дә һәләк итәсәк" тип уйлайҙар.
Был ташбулаттарҙың тәүге эше түгел, улар икенсе тапҡыр мобиль элемтә бағанаһын ҡолата. 2021 йылда улар вышканы трактор менән ҡолатһалар, уҙған йәкшәмбелә технология "дошман"дары вышканың болттарын борған. Күп тә үтмәй ул трансформаторҙың электр тапшырыу линияһын эләктереп емерелеп төшкән.
Провайдер полицияға ғариза яҙған. Ауыл халҡы артабан нисек итеп кеҫә телефонынан аралашырға уйлайҙыр, уныһы билдәһеҙ.
Фото: Телеграм.