Йәмғиәт
11 Октябрь 2024, 14:45

Дәүләкәндәр байрамдан ситтә ҡалманы

Бер урында сауҙа йәнле барһа, икенсе яҡта “Сәскә ат, республикам!” тип исемләнгән байрам концерты ойошторолдо.

Дәүләкәндәр байрамдан ситтә ҡалманыДәүләкәндәр байрамдан ситтә ҡалманы
Дәүләкәндәр байрамдан ситтә ҡалманы

Бөгөн Дәүләкән районында Республика көнө айҡанлы төрлө саралар үткәрелде. Уларҙың иң мөһиме ҡала майҙанында булды. Унда иртә таңдан музыка уйнаны, унда халыҡ ағылды, музыка, йыр, бейеү донъяһына сумды.

Көҙгө йәрминкәгә ауыл хужалығы продукцияһы ҡуйылғайны – һөт аҙыҡ-түлектәрен, ит, хуш еҫле бал, май, йәшелсә-емеш, дарыу үләндәрен, миндек һәм башҡаларҙы һатып алды. Бер урында сауҙа йәнле барһа, икенсе яҡта “Сәскә ат, республикам!” тип исемләнгән байрам концерты ойошторолдо. Уны район мәҙәниәт йорто артистары районда йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар йыр-бейеү бүләк итте. Ошонда уҡ Дәүләкән оҫталары һәм эшҡыуарҙары үҙ эштәрен күргәҙмәгә ҡуйҙы. Бынан тыш, “Башҡортостан – Рәсәй ынйыһы” тип исемләнгән китап күргәҙмәһе булды. Редакция хеҙмәткәрҙәре лә сараға ҡушылды.

Көн һалҡын торһа ла, халыҡ сараға күпләп килде, концерт ҡараны, әйберҙәр һатып алды.

Автор:Сергей Чиков.

Сығанаҡ, фотолар:  “Асылыкүл – Балҡантау”.

Дәүләкәндәр байрамдан ситтә ҡалманы
Дәүләкәндәр байрамдан ситтә ҡалманы
Дәүләкәндәр байрамдан ситтә ҡалманы
Дәүләкәндәр байрамдан ситтә ҡалманы
Дәүләкәндәр байрамдан ситтә ҡалманы
Дәүләкәндәр байрамдан ситтә ҡалманы
Дәүләкәндәр байрамдан ситтә ҡалманы
Дәүләкәндәр байрамдан ситтә ҡалманы
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас