Һеҙ фотоһүрәттә күргән мөләйем ҡатын Зоя Корнилова Рәсәй почтаһы көнө уңайынан гәзитебеҙҙең Бәйләнештә төркөмөндә уҙғарылған “Үҙ эшенең оҫтаһы” конкурсында беренсе урын алғайны. Ниһайәт, ошо көндәрҙә Миәкәгә барып еңеүсебеҙ менән күрешеү форсаты тейҙе. 11 йыл ошо һөнәргә тоғро хеҙмәт итә ул. Был осорҙа халыҡтан бер генә лә ризаһыҙлыҡ ишетмәй. Күптән түгел еңеүсебеҙ балалар баҡсаһына тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшкә кергән. Алсаҡ, ихлас ҡатын был эште лә яратып өлгөргән.
Кожай-Семеновка ауылы ҡыҙы ул Зоя Отохановна. Тормошҡа сыҡҡас, район үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы үҙәк почтаға почтальон булып эшкә килә. Һуңғараҡ 1-се класлы почтальон булып китә.
– Миңә кешеләр менән аралашыуы оҡшай. Ямғырмы, һыуыҡмы ваҡытында гәзитте тараттым, сөнки халыҡтың һәр һанын көтөп тороуын беләм. Күптәр оло кешеләр булғас, уларға иғтибар, күңел йылылығы ла кәрәк. Уларҙың шатлыҡтарын да, борсолоуҙарын да тыңлай инем. Матбуғатҡа яҙылыу мәлендә өйҙәренә барып яҙҙыра торғайным. Коммуналь хеҙмәттәргә түләү ҡағыҙҙары килһә, кем ярҙам һорай, түләшергә лә ярҙамдан баш тартманым, – тип һөйләне Зоя Отохановна.
Почта бүлеге начальнигы Эльвира Сәйфетдинова әйтеүенсә, әле лә халыҡ Зояны һораша, һағына.
–Зоя яуаплы белгес, тәртип ярата. Кеше менән матур итеп һөйләшә белеүе лә эшенә ярҙам итә, – тине ул.
Хәҙер балалар баҡсаһына эшкә күсһә лә үкенмәй Зоя. Был эш үҙенсә ҡыҙыҡлы, тигән фекерҙә ул.
– Почтальон булып эшләгәндә, күберәк оло йәштәгеләр менән аралашһам, балалар баҡсаһында бәләкәстәр менән уртаҡ тел таба белергә кәрәк. Сабыйҙарҙың донъяһы бөтөнләй башҡаса. Үҙем кешеләрҙе яратҡанға, улар ҙа миңә тартыла, – тип һөйләне әңгәмәсем.
Тормошто яратҡан, унда матурлыҡ күрә белгән кешеләр тирә-яҡҡа ыңғай нур бөркөп торған һымаҡ. Зоя Отохановна менән аралашыу ҙа матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Әлеге көндә 9-сы класта белем алған ҡыҙын да ул тормошта юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтеп тәрбиәләй.
– Кешенең был тормошта маҡсаты булырға тейеш, теләк булһа, барыһына ла өлгәшергә мөмкин. Ҡыҙымдың да кешеләргә кәрәкле булыуын, үҙ маҡсатына өлгәшеүен теләйем. Был тормошта үҙ юлын тапһын, – тине Зоя Корнилова.
Тормошҡа зарланырға яратмаған, ауырлыҡтарға һынмаҫҡа көс тапҡан уңған ханыма киләсәктә лә тик уңыштар теләйбеҙ.
Автор фотоһы.