Йәмғиәт
11 Октябрь 2024, 08:00

Төшкөлөккә иң тәмле ҡоймаҡ ҡояйыҡ

Бөгөн - йома көнө, әйҙәгеҙ йортоғоҙға таба еҫе сығарып алығыҙ.

Төшкөлөккә иң тәмле ҡоймаҡ ҡояйыҡТөшкөлөккә иң тәмле ҡоймаҡ ҡояйыҡ
Төшкөлөккә иң тәмле ҡоймаҡ ҡояйыҡ

Бөгөн - йома көнө, әйҙәгеҙ йортоғоҙға таба еҫе сығарып алығыҙ. Тәмле ҡоймаҡ рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, күңелегеҙ көр булһын, дуҫтар!

Кәрәк була:

1 стакан манный,
- 0.5 л. һыу,
- 2-3 аш ҡалағы он,
- 1 сәй ҡалағы әсетке (дрожи) - ҡаймаҡ ҡуйылығына тиклем болғатып, 1,5-2.00 сәғәткә йылы урынға әсетергә ҡуйырға.

Күтәрелгәс:
- 0.5 л. ҡайнаған һөт (ҡуйылығына ҡарап өҫтәйбҽҙ)
- 0.5 с.ҡ. тоҙ,
- 1 с.ҡ. шәкәр
- 1-2 йомортҡа ҡушабыҙ.

Бик тәмле һәм туҡлыҡлы ҡоймаҡ килеп сыға. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Фото: телеграм

Автор:Карима Усманова
Читайте нас