Йәмғиәт
12 Октябрь 2024, 01:00

Көндәр һыуыта башлармы?

Республиканың күпселек ауыл һәм ҡалаларында ҡар яуҙы.

Көндәр һыуыта башлармы?Көндәр һыуыта башлармы?
Көндәр һыуыта башлармы?

Байрам көндәрендә республиканың күпселек район һәм ҡалаларында тәүге ҡар бөртөктәре яуҙы, көн кинәт һыуытты, көслө ел сыҡты. Был хәл республика юлдарында ҙур хәүефһеҙлек тыуҙырҙы, күпселек аварияларға сәбәпсе булды. Йылы көндәрҙән һуң ҡапыл һыуытып ебәреүгә халыҡ та әҙер булмай сыҡты.

Боронғолар әйтеүенсә, әгәр ҙә тәүге ҡар яуғандан һуң 40 көн үткәс, ергә ҡар яуыуын иҫәпкә алғанда, көндөң кинәт боҙолоуына борсолорға ярамай. Алдағы көндәрҙә республикаға йәнә йылы көндәр киләсәк.

Бөгөн, 12 октябрҙа, республикала яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ урыны менән +2 градусҡа тиклем йылы була. 13 октябрҙа көндөҙ 6 градусҡа тиклем йылы булыуы көтөлә. Аҙна башында республикаға ҡайтанан сыуаҡ көҙ тантана итәсәк, көндәр йылынасаҡ. Иң мөһиме - йортоғоҙҙа һәм ғаиләгеҙҙә йылылыҡ булһын!

Фото: телеграм

Автор:Карима Усманова
Читайте нас