Йәмғиәт
13 Октябрь 2024, 03:00

Ҡаһарман атайҙың балалары ла шәп

Улдары өлкән лейтенант званиеһында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, 649 хәрби осош яһаған.

Ҡаһарман атайҙың балалары ла шәпҠаһарман атайҙың балалары ла шәп
Ҡаһарман атайҙың балалары ла шәп

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә һоҡланырлыҡ ғаилә менән таныштырған.

“Шишмә районынан ғаилә башлығы Илһам Абдрахман улы Шәрипов менән уға “Атай ҡаһарманлығы” премияһын тапшырғанда таныштыҡ.  Ул үҙе күп балалы ғаиләнән, хәләл ефете Гөлназ Тәбрис ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән.

Оло улдары Булат хәрби булырға ҡарар иткән. Профессор Н.Е. Жуковский һәм Ю.А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһын тамамлаған, ике тапҡыр Ҡыҙыл майҙанда үткәрелгән Еңеү парадында  ҡатнашҡан. Өлкән лейтенант званиеһында махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашҡан. 649 хәрби осош яһаған. Нестеров һәм "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы" миҙалдары менән наградланған.

Ҡыҙҙары Гүзәлиә беренсе кластан “отлично”ға  уҡыған, хәҙер ул – Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты. Ирекмәнлек менән шөғөлләнә, хәйриә сараларында ҡатнаша. Улдары Нур ҙа медицина юлын һайлаған.

Бындай балалар менән ата-әсә генә түгел, бөтә республика ғорурлана ала. Тап шундай берҙәм һәм ныҡ ғаиләләр –  Башҡортостандың иң ҙур байлығы.

Фото: https://vk.com/zabelinm?w=wall523359892_5951%2Fall

Ҡаһарман атайҙың балалары ла шәп
Ҡаһарман атайҙың балалары ла шәп
Ҡаһарман атайҙың балалары ла шәп
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас