Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Октябрь , 08:00

Джефф Монсон никах уҡытты

Ҡатыны Екатерина әйтеүенсә, улар ата-әсәй булырға хыяллана. 

Джефф Монсон никах уҡытты
Джефф Монсон никах уҡытты

Рәсәй һәм Америка спортсыһы, донъя кимәлендә танылған көрәшсе (ММА), Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Джефф Монсон 2020 йылдан алып Өфөлә йәшәй. Ошо көндәрҙә ул һөйгәне менән никах уҡытҡан.

Быға тиклем хәбәр итеүебеҙсә, донъя чемпионы күптән түгел ислам динен ҡабул иткән ине һәм уның буйынса йәшәргә йыйына. Екатерина исемле ҡыҙ менән никахтары Өфөлә Туҡай урамындағы төп мәсеттә үткән. Уның буласаҡ ҡатыны Мәскәү янында тыуған һәм Воркутала йәшәгән.

– Беҙ Джефф менән шәхси тормошобоҙҙо кешеләргә артыҡ күрһәтеп бармайбыҙ, шуға күрә никах тыныс ҡына үтте. Туйҙы иһә ярты йылдан туғандар, дуҫтар һәм яҡындар менән үткәрергә йыйынабыҙ, – тигән уның кәләше Екатерина.

Ҡатын әйтеүенсә, улар ата-әсә булырға теләй. “Аллаһ беҙгә ошондай бәхет бүләк итер, тип ышанабыҙ”, – тигән ул.

Яңы тыуған ғаиләгә мөхәббәт һәм уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: