Республикабыҙҙан 692 проект тәҡдим ителгән. Шул уҡ ваҡытта илдең 89 төбәгенән бөтәһе 9883 башланғыс тапшырылған.
- Был конкурста Башҡортостан алдынғы рәттәрҙе биләй, - тине БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, БР Йәмәғәт палатаһы Аппаратының коммерцияға ҡарамаған ойошма ресурс үҙәге эксперты Артур Ғилманов. - Был беҙҙең коммерцияға ҡарамаған ойошмаларыбыҙҙың республика халҡының көнүҙәк проблемаларын хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашыуын, кешеләргә ярҙам күрһәтеүен дәлилләй. Үткән конкурстар менән сағыштырғанда, әүҙемлектең артыуын да күҙәтәбеҙ. 2024 йылда беренсе Президент гранттары конкурсына Башҡортостандан 609 ғариза бирелгәйне, ә икенсеһенә — 667. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы Аппараты ҡарамағындағы Ресурс үҙәге республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларына консультациялар биреү һәм белем биреү сараларын уҙғарыу сифатында Президент гранттары фонды конкурсын оҙатып барҙы. Ғариза кампанияһы сиктәрендә ресурс үҙәге эксперттары 200-ҙән ашыу осрашыу һәм консультация үткәрҙе. Фото: