Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь , 16:45

Йәштәр никахта үҙенсәлекле «салют» ойошторған

Кәләш әйтеүенсә, пистолетта патрон булмаған.

Йәштәр никахта үҙенсәлекле «салют» ойошторған
Йәштәр никахта үҙенсәлекле «салют» ойошторған

Әбйәлил районының Хәмит ауылынан йәш пар үҙенең никахын үҙенсәлекле итеп үткәрмәксе булған. 23 йәшлек Илназар һәм 21 йәшлек Миңлегөл ауыл күперендә фотоға төшкән, шул саҡ BMW машинаһы рулендәге дуҫтары пистолет менән һауаға атҡан.

Миңлегөлдөң әйтеүенсә, пистолетта патрон булмаған. Ауыл халҡы был хәлде төрлөсә ҡабул иткән: ололар араһында әрләүселәр булған, ә йәштәр ҡыҙыҡһынып ҡараған. Йәш кәләш әйтеүенсә, улар тәүге ғаилә байрамын үҙенсәлекле «салют» менән билдәләмәксе булған. Әйткәндәй, быға тиклем егет кеше ҡыҙына тәҡдим яһаған саҡта ла уларҙың дуҫтары ошолай шаярған булған.

Фото: видеонан скриншот

Видео: телеграм

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: