Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Октябрь , 06:00

Төклө аяғың менән, Ғәҡидә!

Ғүмәровтар ғаиләһендә һигеҙенсе бала тыуған.

Төклө аяғың менән, Ғәҡидә!
Төклө аяғың менән, Ғәҡидә!

Ғүмәровтарҙың ғаиләһе ишле – Гүзәл менән Руслан ете балаға ғүмер биргән. Әле һигеҙенсе ҡыҙҙарын бала табыу йортонан алып ҡайттылар. Ғаиләнең бәхетле минуттарына беҙ ҙә шаһит булдыҡ.

Бәпес баш ҡаланың 8-се балалар табыу йортонда донъяға килгән. Әйткәндәй, Гүзәл Таһир ҡыҙы ла ошо балалар табыу йортонда донъяға ауаз һала, һуңынан Ғәҡидәнең ете ағай, апайы ла ошонда тыуа. Ғәҡидә 3980 ауырлыҡтағы 55 сантиметрлыҡ ҡыҙыҡай.

– Бала саҡтан ишле ғаилә тураһында хыялландым. Балалар – бәхет. Улар бер-береһенә терәк-таяныс, дуҫ булып үҫә. Беҙҙең балалар әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан. Ҡыҙҙар бер нисә йыл дауамында гимнастика менән шөғөлләнде, шахмат уйнарға өйрәнде, фортепьяно кластарына, музыкаль мәктәпкә йөрөнө, һүрәт төшөрөү түңәрәктәрендә шөғөлләнә. Малайҙар робот техникаһы менән мауыға, баян һәм ҡурай кластарына музыка мәктәбендә йөрөй. Буш ваҡыттары юҡ тиерлек. Һәр береһенең үҙ шөғөлө. Биш балабыҙ мәктәптә уҡый, икәүһе әле балалар баҡсаһында, – ти хәстәрлекле атай.

– Беҙ, ата-әсә булараҡ, балаларҙан күп нәмәгә өйрәнәбеҙ, тормошҡа икенсе күҙлектән ҡарау, мәсьәләне хәл итеүҙең бөтөнләй башҡаса ысулдарын эҙләү – барыһы ла балаларыбыҙ биргән һабаҡтар. Улар артабан үҫешергә, бер урында тапанмаҫҡа этәргес булып тора, - ти Гүзәл ханым.

Руслан Ғүмәров – заман геройы. Пандемия башланыу менән тәүгеләрҙән булып алғы һыҙыҡҡа баҫҡан табип. 2020 йылдың июнендә ул БДМУ-ның күсмә бригадаһы составында яңы сиргә ҡаршы көрәшеү, ауырыған пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн Ҡарасәй-Черкес Республикаһына табиптар менән тәжрибә уртаҡлашырға барып ҡайтты.

Юғары категориялы табип-терапевҡа “Ҡарасәй-Черкес Республикаһының атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Былтыр көҙ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан Пирогов ордены алды. Был орден табиптар араһында юғары баһалана.

Гүзәл Таһир ҡыҙы – иҡтисади фәндәрҙән белгес. Диссертация яҙа.
Пандемия осоро ғаиләнең йәшәйешенә ҙур йоғонто яһай – атайҙары гел эштә була. Шуға ҡарамаҫтан, Ғүмәровтарҙың өлкән ҡыҙҙары үҫкәс табип булырға хыяллана.

Һигеҙенсе туғандарын апайҙары менән ағайҙары түҙемһеҙләнеп көтә: Ғәлиә, Гөлбикә, Гөлфиә, Рамаҙан, Рәшид, Рәхим, Ғәлимә бәпәй ҡайтыуға урын да, уйынсыҡтар ҙа әҙерләп ҡуйған.

Бәләкәс һеңлекәштәренең исеме боронғо, матур – Ғәҡидә. Был Гүзәлдең өләсәһенең исеме. «Ғаҡидә» («аҡида») һүҙе ғәрәп теленән туранан-тура «инаныу», «инаныу тәртибе» тип тәржемә ителә.

Был исемде Ғүмәровтар юҡҡа һайламаған. Руслан Мансур улы киләсәктә мәсет төҙөргә ниәтләгән. Төҙөлөшкә рөхсәт алынған, яҙын мәсеттең нигеҙе һалына башлаясаҡ.

Ғүмәровтар ғаиләһенә бары тик уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ!

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: