Йәмғиәт
18 Октябрь 2024, 13:15

Йәмәғәт палатаһы граждандар йәмғиәтенең хәле тураһында докладҡа иҫкәрмәләр йыя

Докладты Йәмәғәт палатаһы секретары етәкселегендәге комиссия-ара эшсе төркөм әҙерләй.  

Йәмәғәт палатаһы граждандар йәмғиәтенең хәле тураһында докладҡа иҫкәрмәләр йыяЙәмәғәт палатаһы граждандар йәмғиәтенең хәле тураһында докладҡа иҫкәрмәләр йыя
Йәмәғәт палатаһы граждандар йәмғиәтенең хәле тураһында докладҡа иҫкәрмәләр йыя

Рәсәй граждандары йәмғиәтенең хәле тураһында доклад проектын 2024 йылдың 1-2 ноябрендә Мәскәүҙә «Берләшмә» йәмәғәт палатаһының йомғаҡлау форумының пленар ултырышында йәмәғәтселеккә тәҡдим итеү күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта Форумда ҡатнашыусылар секция дискуссиялары сиктәрендә генә түгел, ә Рәсәйҙең һәр гражданы, 2024 йылдың 1-30 ноябрендә Йәмәғәт палатаһына үҙенең иҫкәрмәләрен һәм тәҡдимдәрен ебәреп, тәҡдим ителгән проектты эшләп бөтөүҙә ҡатнаша ала.

2024 йылда Докладта социологик үлсәүҙә йыл йомғаҡтарын, гражданлыҡ йәмғиәте институттары үҫешенә, дәүләт яғынан граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын, граждандарҙың мөрәжәғәттәрен тәьмин итеүгә һәм яҡлауға булышлыҡ итеүҙе ҡарайҙар.

Рәсәй Федерацияһында граждандар йәмғиәтенең хәҙерге торошон һәм уны үҫтереү перспективаларын тикшереү сағылдырыласаҡ. Ул Йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлегенең социаль мөһим һәм көнүҙәк йүнәлештәрен анализлауға нигеҙләнгән.

Докладта коммерцияға ҡарамаған секторҙы, шәфҡәтлелекте һәм волонтерлыҡты, урындағы үҙидараны үҫтереү мәсьәләләре ҡарала. Йәмәғәт палатаһының граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эш һөҙөмтәләре, норматив хоҡуҡи акттар проекттарына йәмәғәт экспертизаһы үткәреү һөҙөмтәләре, шулай уҡ халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү, төбәк йәмәғәт палаталары, федераль башҡарма власть органдары ҡарамағындағы йәмәғәт советтары, йәмәғәт күҙәтеү комиссиялары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре яҡтыртыла.

Докладты Йәмәғәт палатаһы секретары етәкселегендәге комиссия-ара эшсе төркөм әҙерләй.

Рәсәй Федерацияһында граждандар йәмғиәтенең торошо тураһында йыллыҡ докладтың йомғаҡлау өлөшө Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путинға тәҡдим ителәсәк.

Тәҡдимдәр өсөн форма : forms.yandex.ru/cloud/66f15fcf90fa7be3d75f2830/

Автор:Карима Усманова
Читайте нас