#МЫВМЕСТЕ халыҡ-ара премияһына тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса финалға беҙҙең республиканан ике авторҙың проекттары сыҡҡан. Икеһе лә “Ойоштороуҙар” категорияһында “Кешеләргә ярҙам – 14 – 17- се команда” номинацияһында ҡатнаша.
Резуан Ғатауллин, Туймазынан, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн «#СКВОЗЬЦИФРУ» дистанцияла шахмат клубын асҡан, дәрестәр - онлайн бушлай, офлайн турнирҙар һәм башҡа саралар үткәрелә. Автор үҙе әйтеүенсә, был клуб һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләргә социалләшеүҙә ярҙам итә. Клубта 20 кеше шөғөлләнә һәм Рәсәйҙең 23 төбәгенән 90 ирекмән эшләй.
Семен Борденюк, Октябрьский ҡалаһынан – “Сикләүҙәрһеҙ аралашыу” проекты авторы. Унда үҙенсәлекле балалар аралашырға өйрәнә. Проектта ҡатнашҡан балалар үҙ фекерен планшеттағы программа һәм карточкалар ярҙамында белдерергә, шулай уҡ кеше араһында үҙҙәрен тыныс тоторға һәм төрлө күнегеү башҡарырға өйрәнә.
2024 йылдың 21 ноябренә тиклем оҡшаған проект өсөн https://vk.com/app52202761 һылтанмаһы буйынса тауыш бирергә мөмкин: һәр категорияның һәр номинацияһында бер номинант өсөн.
Жюри баһаһы һәм халыҡтың тауыш биреүе һөҙөмтәләре буйынса иң күп тауыш йыйғандарҙы #МЫВМЕСТЕ халыҡ-ара граждандар форумында 2024 йылдың декабрендә Мәскәүҙә бүләкләйәсәктәр. Премияны Рәсәй Президенты шәхсән үҙе тапшыра.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, #Мывместе халыҡ-ара премияһы - үҙ-ара ярҙам акцияһының дауамы һәм ирекмәндәр, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, бизнес һәм власть органдары өсөн бүләк ул. Быйыл конкурсҡа 45 000-дән ашыу ғариза бирелгән.
.