-Иртә менән тороп аяҡҡа баҫтың, унан һуң йөрөп киттеңме?
Һөйөн - донъяла күпме кеше:
"Эх, бер генә тороп баҫырға ине лә, йөрөп китергә ине!" - тип хыялланып ята…
Тәҙрәләрҙән донъяның матурлығын: аҡ бәҫкә төрөнгән ағастарҙы, сәскәгә күмелгән хозурлыҡты, күктең зәңгәрлеген, нурлы ҡояшты күрҙеңме?
-Тағын һөйөн: донъяла көн яҡтылығын күрә алмаусы һуҡырҙар күпме?!
Ҡәҙерле кешеңдең наҙлы тауышын, яратҡан көйөңдө, ел һыҙғырыуын, табала ҡоймаҡ шыжлауын ишетеп кинәндеңме?
-Һөйөнөр өсөн тағы бер сәбәп:был донъяла күпме кеше ишетмәй …
Һөйләшә алаһыңмы?
-Һөйөн:бынан мәхрүм булғандар ҙа күп!..
Яҡты, матур өйөгөҙ бармы?
-Һеҙ бик бай! Донъяла йорт -ерһеҙ зарығып йөрөүселәр күпме?!
Табын янына ултырып икмәк, тәмле, татлы ризыҡтар менән һыйландыңмы?..
-Аллаһҡа шөкөр итәйек: Ер йөҙөндә ас халыҡтар бик күп!..
Беҙгә яп-ябай тойолған һыуға ла шөкөр итә белеү кәрәк. Һыуға туймаусы илдәр, халыҡтар күпме?!
Яҙылғандарҙы уҡып сыҡтығыҙмы?
—Тағы бер һөйөн: донъяла уҡый-яҙа белмәүселәр ҙә бик күп!
Бәхет ул - Аллаһы Тәғәлә биргән донъя ниғмәттәренән тәм таба белеүҙә, бар булғанға Аллаһҡа шөкөр ҡылып йәшәүҙә.
Һөйөнөп, шөкөр итеп йәшәйексе, дуҫтар!..
Фото: асыҡ сығанаҡтан