Хәҙерге ваҡытта финанс хаҡына граждандарҙың бурысын ликвидацияларға ярҙам итергә әҙер компаниялар бик күп. Бындай тәҡдимдәргә бик һаҡ ҡарарға кәрәк, уларҙың мут, алдаҡсы әҙәм булып сығыуҙары мөмкин. Ниндәй “ярҙамсыларҙан” алыҫыраҡ тороу хәйерлерәк?
Рәсәй граждандарының кредиттар буйынса һумдарҙағы бурысы 2024 йылдың 1 авгусына 36 триллион һум тәшкил итте. Шуның 1,2 триллион һумы ваҡыты үткән бурыс. Кешеләр ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында уларҙы банктарға ваҡытында түләмәгән. Сәбәптәрҙең төрлө булыуы мөмкин: эшһеҙ ҡалыу, ауырып китеү, финанс хәлеңде дөрөҫ иҫәпләмәү һ.б.
Бындай осраҡта иң дөрөҫ юл – банк менән һөйләшеп килешеү. Проблеманы хәл итеү инструменттары етерлек – кредит каникулдары, реструктуризация йәки кредитты рефинанслау. Был хәлдән сығыу юлын ни тиклем иртәрәк эҙләһәгеҙ, шул тиклем яҡшыраҡ. Йыш ҡына финанс “ҡапҡан”ына эләккән заемщиктар банк менән һөйләшеүҙән ҡаса, мәсьәләне үҙаллы хәл итергә тырыша. Финанс грамоталылығы булмау арҡаһында бындай аҙымдар күпселек осраҡта уңышһыҙ тамамлана. Кемдер бер кредитты ябыу өсөн икенсеһен ала һәм финанс хәлен тағы ла тәрәнәйтә. Шул ваҡытта кеше ҡала урамдарын сыбарлаған иғландарға иғтибар итеп, бындай вәғәҙәләр ярҙамына ышана. Әгәр ҙә уларҙың “бөтә бурыстарығыҙҙы иҫәптән сығарабыҙ”, “ҡаплайбыҙ” тигән һүҙҙәре дөрөҫ булһа, бик күптәр кредит алыр ҙа бурыстан ҡотолор өсөн уларға мөрәжәғәт итер ине.
Намыҫһыҙ юристар йыш ҡына үҙҙәре бурыслы кешегә шылтыратып, бурысын ҡапларға ярҙам итәсәктәре тураһында вәғәҙә бирә. Һеҙҙең телефон номерын улар ҡайҙан алған һуң? Әлбиттә, урланған йәки һатып алынған бурыслылар базаһын файҙаланалар. Бындай шылтыратыуҙарға яуап бирмәгеҙ.
Уларҙың “банкта бәйләнешебеҙ бар” тип маҡтаныуҙарына ышанмағыҙ, шикләнегеҙ, сөнки Рәсәй финанс ойошмаларының бындай фирмалар менән килешеүҙәре юҡ.
“100 процент гарантия бирәбеҙ” тиеүҙәре һеҙҙе һағайтырға тейеш. Был һеҙҙең иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн ҡулланыла. Һөҙөмтә өсөн улар яуап бирмәйәсәк. Уларҙың дәүләт власы органдарына бер ниндәй мөнәсәбәте юҡ. Һеҙҙе ышандырыу өсөн “дәүләт программалары", “яңы закон”, “хөкүмәт ҡарары” тигән терминдарҙы ҡулланып, һиҙгерлегегеҙҙе юғалтырға тырышасаҡтар.
Алдаҡсыларҙың маҡсаты – законһыҙ рәүештә байығыу. Әгәр кеше бәйләнешкә сыҡһа, улар нисек кенә булһа ла төрлө юлдар менән уларҙың аҡсаһын алырға тырышасаҡ, хатта кредит алырға мәжбүр итеүҙәре ихтимал.
Фото: Shutterstock.com