Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь , 15:00

Халыҡ үҙе мәсет төҙөй

Хәлил ауылында ир-егеттәр иман йортон һала  

Халыҡ үҙе мәсет төҙөй
Халыҡ үҙе мәсет төҙөй

Ҡариҙел районына эш сәфәре мәлендә  Хәлил ауылында күмәк ир-аттарҙың  мәсет төҙөп йөрөүен күреп, туҡталмай китә алманыҡ. Данил, Фәнил Шәйҙуллиндар, Рәфис Мөғлетдинов, Илдар Мөбәрәков, Вил Ғүмәров, Туҡтамыш Солтанов, Ришат Ғәйнилйәнов  ағайҙарҙың ҡулдарында эш ҡоралдары уйнап тора. Әлеге көндә улар мәсеттең манараһын яһайҙар ине.

- Мәсет төҙөргә тигән уй ун йыллап элек барлыҡҡа килде. Ваҡыт үтә, беҙ ҙә олоғая барабыҙ. Ауылдаштарым был ниәтемде күтәреп алды. Шулай итеп былтыр изге эшкә тотондоҡ. Ауылдаштар ғына түгел, Хәлилдә тыуып үҫеп ситтә йәшәгәндәр ҙә үҙ өлөшөн индерә. Ауылыбыҙ таянырҙай замандаштырыбыҙ ҙа беҙҙең ғорурлыҡ. Билдәле йырсылар Зинира менән Ризат Рамазановтар мәсет өсөн брус алып бирҙе. Зинира беҙҙең ауыл ҡыҙы. Шулай уҡ пилорама тотоусы эшҡыуарыбыҙ Денис Мөбәрәков таҡтаһы менән дә, техникаһы менән дә ярҙам итә. Борон ауылыбыҙҙа мәсет булған. Тиҙҙән Хәлилдә йәнә  аҙан тауышы яңығырарына ышанып дәртләнеп эшләйбеҙ, - тине мәсеттең буласаҡ имам-хатибы Данил Шәйҙуллин.

Тағы ла шуныһы маҡтауға лайыҡ, көнө буйы төҙөлөштә йөрөгән ир-егеттәргә ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары килтереп йылы аш ашаталар.

Берҙәмлек менән алдыра Хәлил  халҡы. Шуға ла ауылда иман йорто  булдырырға тигән күптәнге хыялдары  бик тиҙҙән тормошҡа ашыр тип ышанабыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: