Килемдәрҙе һәм сығымдарҙы анализлау
Бының өсөн һеҙгә ашауға, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, транспортта йөрөүгә, кейем һатып алыуға, интернет, элемтә, күңел асыу һәм башҡа категориялар өсөн түләүгә айына күпме аҡса киткәнен һанап сығарырға кәрәк. Шулай уҡ килемдәрҙе ла анализлау мөһим: эш хаҡы, фатирҙы ҡуртымға биреүҙән килгән аҡса, өҫтәмә аҡса эшләү һәм башҡалар. Был исемлекка банктарҙан килгән кешбэктарҙы, һалым иҫәбен, пособиеларҙы һәм аҡсалата бүләктәрҙе лә индерегеҙ.
Әгәр сығымдар килемдән артһа, бер генә кредитты ҡаплау стратегияһы ла эшләмәйәсәк. Тәүҙә хәлде үҙгәртергә кәрәк:
Әгәр килем сығымдарҙан артһа, кредиттарҙы ваҡытынан алда ҡаплауға йүнәлтелгән сумманы билдәләргә кәрәк. Хатта айына 3-5 мең һум өҫтәмә аҡса һалыу срокты һәм артыҡ түләүҙе ҡыҫҡартырға ярҙам итәсәк. Һөҙөмтәлә һеҙ кредит ҡоллоғонан тиҙерәк ҡотоласаҡһығыҙ.
Мәҫәлән: 10 йылға алынған ике миллион һум кредит йылына 13 процент менән, ваҡытынан алда түләнмәйенсә, ай һайын 29 862 һум түләүҙе һәм 1 583 458 һум күләмендә иҫәпләнгән проценттарҙы күҙ уңында тота.
Әгәр ай һайын өҫтәмә рәүештә биш мең һум түләһәк, иҫәпләнгән проценттарҙы 1 133 745 һумға тиклем кәметергә мөмкин. Йәғни, һеҙ 449 713 һумға аҙыраҡ түләйәсәкһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта кредит ваҡыты 2,5 йылға ҡыҫҡартыла.
“Ҡар ишелмәһе” методы
Ул бер үк ваҡытта бер нисә займды ҡаплауҙа иң отошло тип һанала. Был осраҡта тәүҙә иң ҙур ставкалы кредитты, ә һуңынан кәмерәк процентлыны ваҡытынан алда ҡаплауға нигеҙләнә.
Стратегияны түбәндәгесә эшләйбеҙ:
“Ҡар киҫәге” методы
Был осраҡта иң беренсе сиратта бәләкәй бурыстарҙан ҡотолоу һәм унан һуң ҙур бурыстарҙы түләү идеяһы ята. Был принциптың, беренсеһе менән сағыштырғанда, отошо күпкә аҙыраҡ, әммә психологик яҡтан уңайлыраҡ тип һанала, сөнки һөҙөмтәһе тиҙ күренә.
Стратегия ошолайыраҡ:
Бурысты ҡаплауҙың ҡайһы вариантын һайлау бурыслының характеры үҙенсәлектәренә бәйле. Кемгәлер тиҙ һөҙөмтәне күреү психологик яҡтан мөһимерәк: был осраҡта “ҡар киҫәге” стратегияһы килешә. Ул кредиттар һанын тиҙерәк кәметергә мөмкинлек бирә. Ә “ҡар ишелмәһе” методы оҙаҡ эшләргә күнеккәндәргә яраҡлы, сөнки алда ҙур файҙа көтә: кредит буйынса артыҡ түләү түбәнерәк буласаҡ.
Ике осраҡта ла дисциплина күрһәтергә һәм һайланған тактиканың аҙағына тиклем барырға кәрәк. Кредиттарҙы ҡаплағанда үҙ йөкләмәләре буйынса дөрөҫ түләү һәм артыҡ сумманы ваҡытынан алда ҡаплау иҫәбенә даими рәүештә йүнәлтеү мөһим.
“Ағыулы” бурыстарҙан ҡотолоу
Ҡайһы берҙә кредиттар исемлегендә кешенең овердрафт (клиенттарға картала йәки иҫәптә булғандан күберәк аҡса сарыф итергә мөмкинлек биргән банк хеҙмәте) йәки кредит картаһы бар. Был ике продукт файҙалы һәм хәүефһеҙ була ала. Тик бер шарт бар: бурысты льготалы осорҙа ҡаплау мөһим. Был продукттар үҙ сығымдарын контролдә тота белгән дисциплиналы ҡулланыусылар өсөн генә яраҡлы.
Иғтибар итегеҙ: кредит картаһы һәм овердрафт күп һанлы кредиттар проблемаһын хәл итмәй. Был продукттар буйынса процент, ҡағиҙә булараҡ, ғәҙәти ҡулланыусылар кредиттарына ҡарағанда юғарыраҡ.
Әгәр кредиттар бер нисәү булһа, тәү сиратта кредит карталарын һәм овердрафттарҙы ябыу мөһим. Шул уҡ ҡағиҙә микрофинанс ойошмалары алдындағы бурыстарға ла ҡағыла. Бындай кредиттар ҡыҫҡа ваҡытлы тип һанала, шуға ла улар буйынса артыҡ түләү проценты күпкә юғарыраҡ. Тимәк, уларҙан тәү сиратта ҡотолоу яҡшыраҡ.
Әгәр бурыстар исемлегендәге кредиттар араһында бүлеп түләү (рассрочка) булһа, уны ваҡытынан алда түләргә ашыҡмаҫҡа мөмкин. Сөнки уның буйынса артыҡ түләү булмай. Дуҫтар һәм таныштар менән дә шул уҡ хәл. Әгәр дуҫығыҙ аҡсаны процентһыҙ биреп торһа, тәүҙә кредиттарҙы түләү отошлораҡ.
Рефинанслау
Заемсы өсөн кредиттарҙы рефинанслау яҡшы вариант булыуы мөмкин. Был хеҙмәт иҫке займдарҙы ябыу өсөн яңы кредит алыуҙы күҙ уңында тота. Ниндәй кредиторға, ҡасан һәм күпме түләргә кәрәклеген белер өсөн календарҙы даими ҡарап барырға кәрәкмәй. Күп кенә банктар айына бер түләүгә ҡалдырыу өсөн хатта 10 кредитты рефинанслай.
Әгәр баҙарҙа кредит ставкалары төшһә, рефинанслауҙы отошлораҡ шарттарҙа рәсмиләштерергә мөмкин. Мәҫәлән, ҡасандыр йылына 18 процент менән алынған кредит 15 процент менән рефинанслана. Был артыҡ түләүҙе һәм айлыҡ түләүҙәр суммаһын кәметә, ә артып ҡалған аҡса кредитты ваҡытынан алда ҡаплауға йүнәлтелә.
Әммә шуны белеү мөһим: рефинанслау тураһында ҡарар ҡабул иткәндә банк заемсының кредит тарихын баһалаясаҡ. Әгәр ул насар булһа, клиентты рефинанслауҙы кире ҡағыуҙары ихтимал.
Сығанаҡ: моифинансы.рф.
Фото: ashkadar.com