Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Октябрь , 11:00

Алты балаһын да операция ярҙамында тапҡан

Зәбировтар ғаиләһе табиптарға ҙур рәхмәтле  

Алты балаһын да операция ярҙамында тапҡан
Алты балаһын да операция ярҙамында тапҡан

Республикабыҙҙа күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр бихисап. Уларға һәр йәһәттән ярҙам саралары булдырылған.

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһындағы Республика перинаталь үҙәгендә алтынсы сабыйын тапҡан Галина Зәбированы сабыйы менән бергә тантаналы шарттарҙа өйөнә оҙаттылар. Шуныһы үҙенсәлекле: Галина алты балаһын да кесарь киҫеүе ярҙамында донъяға килтергән. Шөкөр, барыһы ла уңышлы үткән. Бәхетле әсә ваҡытында күрһәтелгән ярҙам өсөн табиптарға рәхмәт белдерҙе, тип хәбәр итә “Моя Уфа” баҫмаһы.

Зәбировтарҙың ғаиләһендә бығаса дүрт ул һәм бер ҡыҙ үҫә ине. улар атайҙары менән бергәләп тағы бер һеңлеләрен бала табыу йортонан ҡаршы алды. Ҙур, татыу ғаиләгә именлек, һаулыҡ, балалар бәхете теләйбеҙ.

Сығанаҡ: “Моя Уфа” баҫмаһының ТГ-каналы (https://t.me/myufa_rb/23494)

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: