Йәмғиәт
25 Октябрь 2024, 07:30

Рәсәй тәжрибәһе күрһәтелде

Өфөлә "Ҡаршылыҡтарҙы еңеп" Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе бара. 

Рәсәй тәжрибәһе күрһәтелдеРәсәй тәжрибәһе күрһәтелде
Рәсәй тәжрибәһе күрһәтелде

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу тураһында һүҙ барҙы. Сессия модераторы Мәскәүҙән “Яңы проекттарҙы алға этәреү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы” йәмғиәтенең Сектор үҫеше үҙәге директоры Владимир Вайнер булды.

- Сессия үҙе “эксперт” тип атала һәм был ябай идеялар менән бәйле. Тап әлеге, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләр тураһында федераль закон ҡабул ителгән ваҡытта был дөрөҫ. Бөгөн илдә, Башҡортостанда булған тәжрибәләрҙе ҡарарға кәрәк. Был программаларҙы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа, дәүләт органдары ла, коммерция компаниялары та тормошҡа ашыра. 2025 йыл буйына беҙгә яҡшы тәжрибәләрҙе асыҡларға ғына түгел, уларҙы тотош ил буйынса файҙаланыу өсөн ҡарарҙарға сығырға кәрәк, - тине ул.

Сарала шулай уҡ Квалификация үҫеше милли агентлығы генераль директоры Артем Шадрин, “Фокус-медиа” һаулыҡ һаҡлау һәм үҫеше фонды директоры Оксана Баркалова һәм башҡалар сығыш яһаны.

Эксперттар сессияһында Башҡортостанда, башҡа төбәктәрҙә ҡулланылған  хеҙмәткә урынлашыуҙа ярҙам итеү моделдәре тәҡдим ителде.

Сығанаҡ, фото: /mgazeta.com/news/novosti/2024-10-24/v-ufe-pokazali-luchshie-rossiyskie-praktiki-po-trudoustroystvu-detey-s-ovz-3982935

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас