Һуңғы көндәрҙә иғтибар итһәгеҙ, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт ҡыҙы, ике бала әсәһе Айһылыу Шаһивәлиеваға ярҙам итеүҙе һораған тетрәндергес видеояҙма таралды. Уны 27 йәшлек кенә йәш әсәнең ике улы исеменән яҙҙырғандар. Ете һәм биш йәшлек малайҙар әсәләренең йәшәүен ныҡ теләй һәм ярҙам һорай.
“Беҙ бәхетле инек, әммә ғаиләбеҙгә ҡурҡыныс сир килде – әсәйебеҙ ауырып китте. Ауырыу арҡаһында беҙ уны һирәк күрәбеҙ, ҡустым менән бик һағынабыҙ, әсәйебеҙҙе ныҡ яратабыҙ. Беҙ һәр ваҡыт уның менән бергә булырға һәм уның тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ. Әсәйебеҙҙе ҡотҡарырға ярҙам итегеҙ”, - ти видеола Айһылыуҙың өлкән улы.
Айһылыу ике йылдан ашыу ҡурҡыныс сир менән көрәшә. Бер көндө ул аяғында ҙур булмаған шеш күреп ҡала, ул әллә ни ауыртмай ҙа, үҙе тураһында белгертмәй ҙә. Шулай ҙа ул табиптарға мөрәжәғәт итә. Күп һанлы тикшереүҙәр һәм анализдарҙан һуң Өфө табиптары уға йомшаҡ туҡымалар саркомаһы һәм үпкәһендә метастаздар тигән диагноз ҡуя. Һуңғараҡ уны Мәскәүҙә Блохин исемендәге онкология үҙәгендә раҫлайҙар. Айҙылыу шунда уҡ химия терапияһы курсын башлай, әммә ваҡыт үтеү менән уның хәле насарлана.
Быйыл йыл башында беҙҙең табиптар йәш әсәйгә сирле аяғын ҡырҡырға ла тәҡдим итә, ғөмүмән, күңелһеҙ прогноздар әйтәләр. Ә күптән түгел ғаилә Төркиәлә клиника таба, унда Айһылыуға ярҙам итергә вәғәҙә бирәләр. Тик дауа 10 миллион һумға барып баҫасаҡ, әле саҡ 571 мең һум йыйылған.
Ике йыл элек ҡатындың хәле сағыштырмаса һәйбәт булһа, әле хөртәйгәндән-хөртәйә. Ваҡыты менән сирле аяҡ йөрөмәй башлай, һәм ул ныҡ ауыртына. Иң ҡурҡынысы малайҙарҙың күҙенә ҡарау, тигән ул “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәрсеһенә. Айһылыуҙың өлкән малайы быйыл беренсе класҡа барған, ә бәләкәйенә биш кенә йәш. Малайҙар әсәһенең сирләгәненә ныҡ борсола. Ни эшләй йөрөй алмағанын аңламай илайҙар.
– Яңыраҡ тикшереүҙә асыҡланыуынса, яңы метастаздар, табиптар әйткәнсә, яңы сир сығанаҡтары барлыҡҡа килгән. Аяғым ныҡ ауырта, бик көслө дарыуҙар ҡаҙай башланылар. Беҙҙең табиптар аяҡты киҫеү теләгенән баш тартты – тағы насарыраҡ ҡына булыр тип ҡурҡалар. Ампутациянан ҡотолоп булмаҫ, күрәһең, ләкин Өфөлә бындай операция яһалмаясаҡ. Клиникаға Төркиәгә барырға кәрәк, унда ярҙам итергә вәғәҙә иттеләр. Әммә кисекмәҫтән, бер ай эсендә барырға кәрәк, – тигән йәш әсә.
Ғаилә башлығы бар көсөнә малайҙарын һәм ҡатынын ҡарарға, аҡса табырға тырыша. Ләкин сит ил клиникаһында дауаланырлыҡ ундай ҙур аҡсалары юҡ.
Әсәй сирләгәс, малайҙарҙың да тормошо үҙгәргән. Йәйҙе улар Айһылыуҙың тыуған ауылында, Белорет районында үткәргән, ә ҡатын үҙе Өфөлә ҡалған.
– Минең һәм балалар өсөн иң ауыры – уларҙы матурлап ҡарай ҙа алмайым. Мәктәптән һәм балалар баҡсаһынан ҡаршы алыу мөмкин түгел. Ҙур улым Ҡыш бабайға “Әсәйем һауыҡһын” тип хаттар яҙа.
Йәш әсәнең ғаиләһе вайымһыҙ булмаған кешеләрҙән ҡулдарынан килгәнсә ярҙам күрһәтеүҙәрен һорай. Бының өсөн 8-963-140-20-22 телефоны буйынса шылтыратып, банк картаһының реквизиттарын белергә кәрәк.
“Зинһар өсөн, миңә ярҙам итегеҙ, балаларым янында йәшәргә теләйем, сөнки улар әсә һөйөүенә һәм иғтибарға мохтаж”, - тип яҙа Айһылыу Шаһивәлиева социаль селтәрҙә.
Балалары әсәйле булып үҫһен ине!
Фото: "КП-Өфө".