Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Октябрь , 06:00

Иртәнге сәйгә тәмле бәлеш бешерәйек

Уны, ғәҙәттә, балалар ҙа, ололар ҙа ярата.

Иртәнге сәйгә тәмле бәлеш бешерәйек
Иртәнге сәйгә тәмле бәлеш бешерәйек

Кәбеҫтә бәлеше рецебын тәҡдим итәбеҙ.

Уның әҙерләү өсөн ярты килограмм кәбеҫтә, 100 грамм аҡ май, ҡамыр өсөн 3 йомортҡа, 5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 3 аш ҡалағы майонез, ярты ҡалаҡ тоҙ, 6 аш ҡалағы он һәм 2 ҡалаҡ ҡамыр йомшартҡыс кәрәк.

Кәбеҫтәне ваҡ ҡына итеп турап, тәрән табаға һалырға. Майҙы тураҡлап, табала иретәбеҙ һәм кәбеҫтә һалып ҡыҙҙырабыҙ. Шул арала ҡамыр әҙерләйбеҙ: йомортҡаларҙы туҡып, ҡаймаҡ, майонез, он, ҡамыр ҡабартҡыс, тоҙ ҡушып яҡшылап бутайбыҙ.

Һуңынан бешкән кәбеҫтәне ҡамырға һалып бәлеш эшләйбеҙ ҙә духовкала бешерәбеҙ. Бешереү ваҡыты 30-40 минут тирәһе.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Фото: телеграм

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: