Йәмғиәт
26 Октябрь 2024, 09:00

Бәләкәс йөрәгенә күпме моң һыйған!

Морат Туҡаев 1-се кластан йырлай. Өфөлә ул "Шайморатов генерал" йырын башҡарҙы.

Бәләкәс йөрәгенә күпме моң һыйған!Бәләкәс йөрәгенә күпме моң һыйған!
Бәләкәс йөрәгенә күпме моң һыйған!

Йыр – йөрәк түренән сыҡҡан аһәң, хис. Ул һәр кемдең күңел сөңгөлдәренә инеп оялау, хис-тойғоларҙы уятыу, арбау һәләтенә эйә. Тап ошондай саҡта ғына ул яҡшы йыр булалыр.

Стәрлетамаҡтан 12 йәшлек Морат Туҡаев Өфөлә үткәрелгән “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” форум-күргәҙмәһенә әсәһе Руфина Ринат ҡыҙы менән килгәйне.

Морат - “Таланттар йондоҙлоғо” конкурсы лауреаты. Моңло малай 1-се кластан йырлай. Репертурындағы йырҙарҙы тик үҙе һайлай.

-1-се кластан музыка буйынса шөғөлләнәбеҙ, III кластан төрлө бәйгеләргә йөрөй башланыҡ. Тәүге тапҡыр уҡ “Таланттар йондоҙлоғо” бәйгеһендә икенсе урынға лайыҡ булды, сираттағыларында ла призлы урындар алды, - тип һөйләне Мораттың музыка буйынса уҡытыусыһы Наталья Пустовалова. – Бик яуаплы, ихлас, мөләйем малай, шунда уҡ һүҙҙәрҙе эләктереп ала, ихлас йырлай. Уның менән шөғөлләнеүе – үҙе бер кинәнес. Ғаиләһенең - әсәһенең, олатаһы, апайы – барыһы ла уға ярҙам итә.

Мораттың сәхнәлә “Шайморатов генерал” йырын башҡарыуы, руссалап шиғри юлдарҙы әйтеүе тамашасылар күңеленә үтеп инде, уның сығышы алҡыштарға күмелде. Уның бәләкәс кенә йөрәгенә шул тиклем бай, илаһи моң һыйған.

Күңелеңдән сыҡҡан ихлас моң оҙон-оҙаҡ йылдар тамашасыға илһам-дәрт бүләк итһен, Морат! Уңыштар һиңә!

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас