Ике йәшлек Арыҫлан менән биш айлыҡ Владислав балалар йортона эләккән. Балалар буласаҡ яратҡан ата-әсәһен эҙләй.
Арыҫлан бик яғымлы һәм изге күңелле малай. Ул йәнһүрәт ҡарарға, уйындар уйнарға, машина һәм самокатта йөрөргә ярата.
Владислав яғымлы өндәшеүгә һәр саҡ йылмайыу менән яуап бирә. Сабый тауышы, әүҙем хәрәкәттәре менән өлкәндәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Бөтә балалар кеүек үк, уйынсыҡтарҙы бик ярата.
Тулыраҡ мәғлүмәтте (347) 218-03-62 телефоны буйынса алырға мөмкин.
Малайҙарҙың тиҙерәк ғаиләле булыуҙарын теләйбеҙ!
Фото: телеграм