Йәмғиәт
27 Октябрь 2024, 18:50

Ошондай атайҙар күберәк булһын!

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында матур сара үткән.

Ошондай атайҙар күберәк булһын!Ошондай атайҙар күберәк булһын!
Ошондай атайҙар күберәк булһын!

Был хаҡта Иҫке Сибай урта мәктәбенең Атайҙар ҡоро етәксеһе Сибай Утарбаев хәбәр итә.

""Атай менән ял көнө" тип аталды бөгөн үтеп киткән сираттағы сарабыҙ. Матур көн менән файҙаланып балыҡ тоторға яратыусылар Иҫке Сибайҙың быуаһында йыйылдылар . Шул сама кескәй балыҡсыларҙы бер көндә быуа әле күргәне юҡтыр ул . Ҡыҙҙар, малайҙар ҡармаҡлап ҡына ултырманылар . Һәр береһен атайҙар кәмәләрҙә йөрөттө . Кемдәрҙер килеп торҙо, кемдәрҙер иртәрәк ҡайтты. Барыһын да һыжлап ултырған самауыр көттө. Атайҙар балыҡ ҡына тоторға түгел, оҫта ашнаҡсылар икәндәрен дә күрһәттеләр.
Матур көндө яҡшы эш менән тамамлап ҡуйҙыҡ. Атайҙар, балалар яр буйлап йөрөп барлыҡ сүп-сарҙы йыйып алды. Таҙа ярҙан тороп балыҡ тотоуо күңелдәрҙә ҡәнәғәтлек тыуҙыра",  -тип яҙа ул.

Ошондай атайҙар күберәк булһын! 

Фото һәм сығанаҡ: Сибай Утарбаев.

Ошондай атайҙар күберәк булһын!
Ошондай атайҙар күберәк булһын!
Ошондай атайҙар күберәк булһын!
Ошондай атайҙар күберәк булһын!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас