Йәмғиәт
28 Октябрь 2024, 01:00

Алты көнлөк эш аҙнаһына әҙерһегеҙме?

2 ноябрҙәге ял көнө күсерелә.

Алты көнлөк эш аҙнаһына әҙерһегеҙме?Алты көнлөк эш аҙнаһына әҙерһегеҙме?
Алты көнлөк эш аҙнаһына әҙерһегеҙме?

Башҡортостан Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был эш аҙнаһы алты көнлөк: шәмбе, 2 ноябрҙә, эшләйбеҙ. Артабан республика халҡын 4 ноябрҙә билдәләнгән Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан ике ял көнө көтә.

Хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен маҡсатлы файҙаланһын өсөн 2 ноябрҙәге ял көнө шишәмбегә, 30 апрелгә, күсерелгән (тимәк, 2025 йылдың 28 апреленән 1 майына тиклем — ял көндәре).

«4 ноябрь байрам көнө булып иҫәпләнә, шуға йыллыҡ түләүле отпуск алғанда ялдың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй, йәғни отпуск бер көнгә оҙайтыла. 2 ноябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. 4 ноябрҙә, байрам көнөндә, эшкә сыҡҡан осраҡта хеҙмәт хаҡы икеләтә түләнә (Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 153-сө статьяһы) йәки хеҙмәткәргә ял (отгул) бирелә», — тип билдәләнеләр республика дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас