Йәмғиәт
28 Октябрь 2024, 10:45

Ял өсөн Башҡортостанды һайлаусылар күп

Быйыл Илеш, Нуриман һәм Учалы райондарында яңы тау саңғыһы трассалары сафҡа индерелә.   

Ял өсөн Башҡортостанды һайлаусылар күпЯл өсөн Башҡортостанды һайлаусылар күп
Ял өсөн Башҡортостанды һайлаусылар күп

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Транспорт министрлығына популяр туристик йүнәлештәр буйынса пассажирҙар ташыуҙы үҫтереү йәһәтенән Рәсәй тимер юлдары менән һөйләшеүҙәр алып барырға ҡушты.

Аныҡлабыраҡ әйткәндә, һүҙ “Айғыр” пассажир поезы хаҡында бара. Кисә Хөкүмәттә үткән кәңәшмә барышында Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко хәбәр итеүенсә, быйыл ул 76 мең пассажирҙы ташыған, үҫеш - 1,5 тапҡырға тиң.

Республика халҡы һәм беҙгә килгән ҡунаҡтар араһында яңы туристик объекттар нығыраҡ танылыу яулай бара. “Торатау” геопаркына, “Салауат ере” тарихи-мемориал комплексына, Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәгенә асылғандан алып 480 меңдән ашыу кеше килгән.

Ҡышҡы осорҙа республика биләмәһендә төрлө ҡатмарлыҡтағы һәм оҙонлоҡтағы 60 трассаны үҙ эсенә алған 14 тау саңғыһы үҙәге эшләйәсәк. Әлеге ваҡытта бөтә тау саңғыһы үҙәктәре лә тиерлек техник хеҙмәтләндереү үткән, канат юлдары һәм күтәргестәр файҙаланыуға әҙер. Быйылғы миҙгелдә Илеш районындағы “Ал рауза янында”, Нуримандағы “Ҡыҙыл шишмә” һәм Учалы районындағы “Родео” паркында миҙгелгә яңы трассалар сафҡа индерелә.

Фото: sportmaster.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас