Йәмғиәт
29 Октябрь 2024, 03:00

Ғаиләлә 9-сы сабый тыуған!

Бапескә Әмир тип исем ҡушҡандар.

Ғаиләлә 9-сы сабый тыуған!Ғаиләлә 9-сы сабый тыуған!
Ғаиләлә 9-сы сабый тыуған!

Нефтекама ҡала ЗАГС-да Руслан менән Анастасия Зараповтарҙы ҡотлағандар. Уларҙың 9-сы балаһы - Әмир исемле улдары тыуған. Ҡала хакимиәте башлығы Эльдар Валидов уларға бүләктәр һәм тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырған.
Әлегә тиклем был ғаиләлә 8 бала тәрбиәләнгән:
Роман -18 йәш, студент,
Валерия - 16 йәш, студент,
Дамир - 14 йәш, Камилла - 9 йәш, Ксения - 8 йәш,
Диана - 6 йәш, Кристина - 4 йәш, Динара - 2 йәш.
Әмир ҙур, татыу ғаиләне тағы тулыландырып, Зараповтарға иш һәм терәк булып донъяға килгән.
Ишле һәм татыу ғаиләне беҙ ҙә ҡотлайбыҙ һәм балаларының шатлыҡ -ҡыуаныстарына төрөнөп йәшәүҙәрен теләйбеҙ!

Фото һәм сығанаҡ: Нефтекама ҡала хакимиәте сайтынан

Ғаиләлә 9-сы сабый тыуған!
Ғаиләлә 9-сы сабый тыуған!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас