Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Башҡортостанда урыны менән боҙлауыҡ фаразлана, автомобиль юлдарының айырым участкаларында томан ваҡытында 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.
Бөгөн, 29 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә 1, -4, аяҙытҡанда -9, көндөҙ 0, 5 градус.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында водителдәргә хәүефһеҙ йөрөү ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрә: фараларҙы ҡабыҙырға, тиҙлек режимын үтәргә, автомобилдәр араһында араны тоторға, телефонға иғтибарҙы йүнәлтмәҫкә, киҫкен маневр яһамаҫҡа. Шулай уҡ автомобилселәргә йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға кәңәш итәләр.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: "Башинформ"