Мәғлүмәттәр буйынса, ”Свободные медиа” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһына, шулай уҡ “Пруфы.рф интернет-баҫмаһы” селтәр баҫмаһының баш мөхәрриренә ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 13.15-се статьяһының 9-сы өлөшөнә ярашлы административ протоколдар төҙөлгән. Йәғни улар дөрөҫ булмаған ижтимағи әһәмиәтле мәғлүмәтте ышаныслы хәбәрҙәр рәүешендә таратыуҙа ғәйепләнә.
Был статья буйынса вазифалы кешеләргә – 60 меңдән 200 мең һумға тиклем; юридик шәхестәргә административ хоҡуҡ боҙоу предметын конфискациялау менән йәки унан тыш 200-500 мең һум күләмендә яуаплылыҡ ҡаралған.
Быға тиклем Роскомнадзор тарафынан киң мәғлүмәт саралары редакцияһына (“Свободные медиа”) киң мәғлүмәт азатлығын саманан артыҡ ҡулланыуҙы тыйып иҫкәртеү сығара. РФ “Киң мәғлүмәт саралары” тураһындағы закондың 16-сы статьяһына ярашлы, редакцияның теркәүсе орган иҫкәртеүҙәр яһаған закон талаптарын бер нисә тапҡыр боҙоуы судтың киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеген туҡтатыу өсөн нигеҙ булып тора.
Фото: Рияз Исхаков. Пруфы