Йәмғиәт
30 Октябрь 2024, 14:45

Башҡортостанда ҙур сара башланды

Төбәктә йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәренең республика форумы старт алды.

Башҡортостанда ҙур сара башландыБашҡортостанда ҙур сара башланды
Башҡортостанда ҙур сара башланды

30 октябрҙә Рәсәй Федерацияһы Геройы М.В. Серафимов исемендәге “Патриот” паркында “Дәүләт старты. Башҡортостан” республика форумы эшләй башланы. Ул республиканың йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре араһында профессиональ компетенцияларҙы үҫтереүгә арналған. Форум 35 йәшкә тиклемге 200 ҡатнашыусыны – дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәрен берләштерҙе. Ике көн дауамында ҡатнашыусыларҙы төбәк спикерҙары, республика етәкселеге, башҡарма власть органдары вәкилдәре, муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтары менән лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм сессиялар көтә.

Форумдың беренсе көнө спикеры Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин булды. Ул ҡатнашыусылар менән заманса хеҙмәткәр образын тикшерҙе һәм “дәүләт хеҙмәте – ул, тәү сиратта, дәүләт һәм уның граждандары мәнфәғәтенә эшләү. Билдәле бер кимәлгә еткәс, халыҡтың мәнфәғәттәрен беренсе урынға ҡуйып, алға барыу мөһим”, – тип билдәләне.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе йәш хеҙмәткәрҙәрҙең команда, миссия һәм һайланған йүнәлештәге үҫеш тураһындағы һорауҙарына яуап бирҙе.

– Форум майҙансығын республика Башлығы ҡушыуы буйынса “Дәүләт старты” программаһы сиктәрендә үткәрәбеҙ, – тине Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Вито Сабиров.

Форумды Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостан Республикаһының Йәштәр хөкүмәте ойошторҙо һәм ул 31 октябргә тиклем дауам итәсәк.

Фото: М. Забелиндың телеграм-каналы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас