Йәмғиәт
30 Октябрь 2024, 07:00

Мәләүездә - һыбайлы ҡыҙ

"Мәләүез гүзәле"н ҡалаға скульптор Игорь Павлов бүләк иткән.

Мәләүездә - һыбайлы ҡыҙМәләүездә - һыбайлы ҡыҙ
Мәләүездә - һыбайлы ҡыҙ

Бөгөндән башлап мәләүездәрҙе һыбайлы ҡыҙ ҡаршылай.

Мәләүез ҡалаһына ингән урында «Мәләүез гүзәле» тип аталған һәйкәл асылды. Башҡорт ҡыҙы стилләштерелгән милли кейемдә, атҡа атланған, бер ҡулына бөркөт тотҡан. Мөһабәт һәйкәл минераль ашламалар заводы һәм урындағы эшҡыуарҙар ярҙамында ҡойолған.
Монументтың бейеклеге - 5,6 метр. Уның авторы — урындағы скульптор Игорь Павлов, ул ижади эшен ҡалаға бушлай бүләк иткән.

Һеҙгә оҡшаймы яңы һәйкәл? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

Фото: телеграм

Мәләүездә - һыбайлы ҡыҙ
Мәләүездә - һыбайлы ҡыҙ
Мәләүездә - һыбайлы ҡыҙ
Автор:Карима Усманова
Читайте нас