Баймаҡ районы Муллаҡай ауылынан шәхси эшҡыуар Гөлназ Нурасованың предприятиеһында бешерелгән икмәк халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙалана. Сөнки бында үҙ эшенең ысын оҫталары эшләй.
Икмәк һәр саҡ ҙур һорау менән файҙаланыла, шуға күрә 2018 йылда ҙур булмаған Гөлназ Миңлейәр ҡыҙы менән Вәхит Азамат улы Нурасовтар икмәк бешереү буйынса үҙ эштәрен асырға ҡарар итә. Алдан тупланған үҙ аҡсаларына кәрәкле ҡорамалдар һатып ала һәм ғаилә икмәк бешереүгә тотона. Башта ассортимент ҙур булмай, әммә улар бешергән әпәкәйҙәр халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙалана башлағас, йүнселдәр эштәрен тағы ла киңәйтә. Бөгөн бында икмәк һәм төрлө икмәк-булка изделиелары бешерәләр.
Нурасовтар бешергән икмәкте Темәс, Ҡолсора, Ишей, Бетерә, Иҙрис һәм Муллаҡай ауылдарында һатып алырға мөмкин.
"Икмәктең уңып бешеүе ондан тора, шуға күрә тәүҙә ондоң сифатына иғтибар итә башланым, яңы ғына тирмәндән сыҡҡан ондо алмайым. Тарттырылғандан һуң, бер аҙна үтергә тейеш. Яҡшы он эләкһә, икмәк тә уңа, күңел дә күтәрелә", -ти Муллаҡай ауылы эшҡыуары.
Бөгөн улар өс кешегә эш урыны булдырған һәм киләсәктә тағы үҙҙәренең эшен киңәйтергә, ассортименты арттырырға уйлайҙар.
Фото һәм сығанаҡ: Дмитрий Фадеев