Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы йылдың 500-сө сабыйы тыуыу тураһында акт теркәлде.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир Руслан Ахаев һәм уның кәләше Ләйләнең ғаиләһендә күптән көтөлгән ҡыҙ Мираслава донъяға килгән. Сабыйҙың шулай уҡ апаһы - 8 йәшлек София бар.
Ирле-ҡатынлы ҡыҙҙарына исемде бергә уйлап тапҡан, ул «Слава миру» тигәнде аңлата. Мираслава Өфөлә донъяға килгән.
ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре бәхетле ата-әсәне сабыйҙары тыуыу менән ҡотлап, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров исеменән фотоальбом һәм "Беҙҙең сабыйға" бүләк йыйылмаһы тапшырған.
Ахаевтарҙы ҡыҙҙары тыуыуы менән ҡотлайбыҙ һәм сабыйҙың һау-сәләмәт үҫеүен теләйбеҙ!
Фото:" Сибай ЗАГСы" төркөмөнән