Йәмғиәт
1 Ноябрь 2024, 07:30

Иң күп китап уҡыусылар Башҡортостанда йәшәй!

Республика "Иң күп уҡыған төбәк" Бөтә Рәсәй конкурсының һөҙөтәләре буйынса "Рәсәйҙең әҙәби флагманы-2024" статусына эйә булды.

Иң күп китап уҡыусылар Башҡортостанда йәшәй!Иң күп китап уҡыусылар Башҡортостанда йәшәй!
Иң күп китап уҡыусылар Башҡортостанда йәшәй!

Конкурстың ойоштороу комитеты хәбәр итеүенсә, Башҡортостанға "Китап байрамы" халыҡ-ара йәрминкәһен үткәреүе лә еңеүсе булырға ярҙам иткән. Мәскәү, Белгород өлкәләре һәм ХМАО конкурстың лауреаттары иҫәбенә ингән. Элек бер нисә тапҡыр еңеүгә өлгәшкән Новосибирск өлкәһенә "Китап һәм уҡыу биләмәһе" тигән статус бирелгән. 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров еңеүҙе лайыҡлы, тип иҫәпләй. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәре аша хәбәр итте.

– Быйыл икенсе тапҡыр Китап байрамын үткәрҙек. Унда 170 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, – тип яҙҙы ул. – Фестиваль - республикабыҙҙың мәҙәни брендтарының береһе, уны халыҡ ярата һәм көтөп ала. Был беҙҙең өсөн үтә мөһим, сөнки төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе - балаларҙа уҡыуға һөйөү тәрбиәләү, китаптың иң яҡшы тәрбиәсе икәне тураһында иҫләтеү.

Башҡортостан етәксеһе шулай уҡ республикалағы китапханалар селтәренең 3200-ҙән ашыу китапхананан тороуы хаҡында хәбәр итте.

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/kultura/2024-10-31/

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас