Йәмғиәт
3 Ноябрь 2024, 14:05

Ябығам тип... вафат булған

44 йәшлек ҡатын операция өсөн 700 мең һум түләгән.  

Ябығам тип... вафат булғанЯбығам тип... вафат булған
Ябығам тип... вафат булған

Санкт - Петербург ҡалаһында 44 йәшлек Анна липосакция яһатҡандан һуң вафат булған. Ҡатын операцияға 700 мең һум түләгән. Анна керамика етештерә торған компанияла контролер булып эшләгән. Икенсе балаһын тапҡандан һуң кәүҙәһенән ҡәнәғәт булмай липосакция яһатыр өсөн аҡса йыйған. Липосакция - ҡорһаҡтағы майҙы алдырыу буйынса операция.

Ҡатынға операцияны 31 октябрҙа яһайҙар, икенсе көнө Аннаны баш табип палатала аңһыҙ килеш таба. Ҡатындың йөрәге туҡтай. Табиптар ҡатындың тромбы өҙөлөүен белдерә, әммә хоҡуҡ һаҡлау органдары был клиниканы тикшереүгә алған. 

Ни тиһәң дә, ябығам тип вафат булған Аннаның ғүмере йәл. Һуңғы ваҡытта күп ҡатын-ҡыҙҙар липосакция хаҡында хыяллана, ундай аҙымға барыр өсөн ныҡлап уйланырға кәңәш итәбеҙ.

Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас