Ишембай ҡалаһынан Фәнил Төхвәтуллин буш ваҡыт эләккәндә яҡындарын тәмле, ғәҙәти булмаған аш-һыу менән һыйларға ярата. Бөгөн байрам өҫтәленә ул ҡабаҡтан бик тәмле ризыҡ әҙерләгән. Уның рецебын тыңлайыҡ һәм бешереп ҡарайыҡ:
-Бының өсөн ҙур булмаған ҡабаҡты алып, уны емештәренән таҙартабыҙ. Эслегенә бешкән тары ярмаһы, ҡыҙҙырылған һуған, кишер, һары май, тоҙ, борос һалып 50 минут духовкала бешерәбеҙ, – тине аш-һыу оҫтаһы.
Ҡарап тороуға ябай, ләкин телде йоторлоҡ тәмле, тине был ризыҡты тәмләп ҡараған яҡындары.
Фото: Фәриҙә Ҡорбанованыҡы.