Йәмғиәт
5 Ноябрь 2024, 14:55

Ҡулланыусылар хоҡуғы һәйбәт яҡлана

Алексей Гусев билдәләүенсә, республика Рәсәй ҡулланыусылары берләшмәһе рейтингында алдынғы урындарҙы биләй.

Ҡулланыусылар хоҡуғы һәйбәт яҡланаҠулланыусылар хоҡуғы һәйбәт яҡлана
Ҡулланыусылар хоҡуғы һәйбәт яҡлана

5 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм төбәктә йәшәүселәрҙе сифатлы һәм хәүефһеҙ тауарҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде.

Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев билдәләүенсә, республика Рәсәй ҡулланыусылары берләшмәһе рейтингында алдынғы урындарҙы биләй.

– Продукттарҙың сифатын күҙәтеү буйынса саралар республиканың уҙған йыл йомғаҡтары буйынса дәүләт власы органдары ҡулланыусыларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау кимәле буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттары рейтингында беренсе урынды һаҡлауына булышлыҡ итте, – тип хәбәр итте Алексей Гусев.

2023 йыл йомғаҡтары буйынса төбәктә алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары һанын 15 процентҡа кәметеүгә өлгәшелгән, тип билдәләне ведомство етәксеһе.

Аҙыҡ-түлектең сифатына иғтибар төбәк магазиндары кәштәләрендә тауарҙарҙың хәүефһеҙлеген арттырҙы. Асыҡланған етешһеҙлектәр тиҙ арала бөтөрөү өсөн етештереүселәргә һәм ритейлерҙарға ебәрелә. 2024 йылда республиканың Һынау үҙәгендә 1 200-ҙән ашыу продукцияға тикшереү үткәрелгән – был бер йыл элеккегә ҡарағанда 155 процентҡа күберәк.

Республика халыҡҡа тауарҙар сифаты хаҡындағы мәғлүмәттең асыҡлығына баҫым яһай. Тикшеренеүҙәр тураһында мәғлүмәттәр “Асыҡ сифат” порталында баҫыла, унда һәр кем республика продукцияһының хәүефһеҙлеген һәм ғәмәлдәге стандарттарға тап килеүен тикшерә ала.

Бынан тыш, Башҡортостанда “Намыҫлы билдә” системаһы аша тауарҙарға һанлы маркировка индереү әүҙем алып барыла. Республикала 202 меңдән ашыу кеше мобиль ҡушымта күсереп алған да инде, уның ярҙамында тауарҙарҙың законлы булыуын тикшерергә, шулай уҡ ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында хәбәр итергә мөмкин. Мотлаҡ маркировкалау 24 тауар төркөмөн үҙ эсенә ала, шул иҫәптән эсемлектәр һәм медикаменттар. Ошо система ҡулланыусылар һатып алынған продукттарҙың сифатына ышана ала, ә легаль булмаған тауарҙарҙы һатыу автоматик рәүештә кассала ябыла.

Республикала хоҡуҡи белемде арттырыу ҙа дауам итә. 2024 йылдың башынан алып халыҡтың 600-гә яҡын мөрәжәғәтен ҡараған, 150 дәғүә һәм дәғүә яҙыуҙа ярҙам күрһәткән. 10 миллион һумдан ашыу аҡса ҡулланыусыларға судҡа тиклемге тәртиптә ҡайтарылған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә яҡшы һөҙөмтәләре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ҡулланыусыларҙы сифатһыҙ продукциянан һаҡлау эшен дауам итергә ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас