5 ноябрҙә Иглин районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль өлкәлә эшләгән йәш белгестәргә яңы йорттарҙан асҡыстар тапшырҙы.
Улар “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһы ярҙамында торлаҡ шарттарын яҡшырта. 2024 йылда Иглин районы алты йорт төҙөүгә федераль бюджеттан 24 миллион һумдан ашыу субсидия алды. Торлаҡты эшкә алыу килешеүенә ярашлы ауылда эшләгән белгестәргә тапшырҙылар. Улар араһында – Иглин үҙәк район дауаханаһының өс хеҙмәткәре, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры, Башҡортостан агросәнәғәт колледжы филиалы педагогы һәм 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы бар.
Башҡортостан Башлығы асҡыстар тапшырыу тантанаһында республика райондарында профессиональ кадрҙарҙы нығытыуға булышлыҡ иткән ауыл биләмәләрен үҫтереү программаһының әһәмиәтен билдәләне.
2024 йылда Башҡортостан муниципалитеттары “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһын тормошҡа ашырыуға бөтәһе 361 миллион һумдан ашыу аҡса алды. Был 5,5 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡты сафҡа индереүҙе тәьмин итергә һәм 85 ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
Биш йыл хеҙмәт килешеүе буйынса эшләгәндән һуң ошо йорттарҙа йәшәүселәрҙең уларҙы төҙөлөш хаҡынан 10, ә 10 йыл үткәс иһә бер процент хаҡына һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ.
Фото: glavarb.ru